Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӨРКӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 941

НӨРКӘЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Собханғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 8 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 454 кеше; 1920 – 512; 1939 – 392; 1959 – 287; 1989 – 383; 2002 – 641; 2010 – 888 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Яңы Нөркәй исеме м‑н ш. уҡ даруғаның Байлар улусы Нөркәй а. (хәҙ. ТР‑ҙың Сарман р‑ны Ҙур Нөркәй а.) башҡорттары нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 30 йортта 219 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: