Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛЬНО-СУХАРЕВ, Өфө р-нындағы ауыл

Просмотров: 641

ВОЛЬНОСУХАРЕВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Нөрлө й. (Ҡармасан й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 980 кеше; 1920 — 910; 1939 — 500; 1959 — 191; 1989 — 130; 2002 — 146; 2010 — 177 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Николаевка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1758 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Дыуанай улусы Ҡыҙыл Яр а. батша һарайы крәҫтиәндәре (араларында Сухаревтар булған) Сухарев исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Потаскуево булараҡ теркәлгән. 1865 й. 125 йортта 771 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1 һыу һәм 13 ел тирмәне булған. 19 б. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү (1885 й. төҙөлгән), сиркәүмәхәллә мәктәбе, 3 ел тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: