Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы

Просмотров: 1105

ҒАТАУЛЛИН Мәғариф Мәғсүм улы (10.2.1933, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Ҡарғалы а. — 4.3.2009, Өфө), психотерапевт. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. табибы (1993), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1970). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) Яңауыл район дауаханаһында эшләй. 1962 й. алып Респ. психиатрия дауаханаһында бүлек мөдире, 1973 й. — БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге психик ауырыуҙарҙың патогенезын тикшереүгә, психик ауырығандарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләүгә, Башҡортостанда неврологик һәм психиатрик ярҙам ойоштороу тарихына, 19 б. аҙ. — 20 б. башында Рәсәйҙә земство психиатрияһы тәж. өйрәнеүгә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Респ. психиатрия дауаханаһындағы психиатрия һәм неврология тарихы музейына нигеҙ һалыусы (1975).

Хеҙм.: Психотерапевт яҙмалары. Өфө, 2002; Отечественная психиатрия и развитие психиатрической помощи в Башкирии. Уфа, 1993 (авторҙ.); Исцеление души. Уфа, 2004.

Р.И.Ғәниева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: