Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы

Просмотров: 1316

ҒАТАУЛЛИНА Лира Даян ҡыҙы [25.5.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Таулар а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 26.1.2003, Өфө], педиатр. Мед. ф. д‑ры (1967), проф. (1968). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1968). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1949) 1952 й. тиклем Октябрьский ҡ. эшләй. 1958—85 йй. БДМИ-ла: 1967 й. алып госпиталь педиатрияһы, 1970—81 йй. балалар ауырыуҙары каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө ауырыуҙар ваҡытында балаларҙың йөрәкҡан тамырҙары системаһын өйрәнеүгә арналған. Ғ. патологик процесс әүҙемлеген иҫәпкә алып, ревматизмды дауалау алымдарын (ш. иҫ. бальнеотерапия файҙаланып), респ. балалары өсөн физик үҫеш стандарттарын эшләй. Ғ. ҡатнашлығында Респ. балалар кардиоревматология үҙәге (Өфө, 1965), Республика балалар клиник дауаханаһы (1972) ойошторолған. 160‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н республика балалар табиптарының ғилми мед. йәмғиәте етәксеһе (1970—89). РСФСР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Молодым родителям (воспитание и уход за ребёнком первого года жизни). Уфа, 1985.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: