Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРОН

Просмотров: 965

ТОРОН, үҫемлектәрҙең торон бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Иң ҙур зыянды иген культураларына килтерә. Емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, һабаҡтарын, япраҡтарын зарарлай, улар споралы ҡара массаға әүерелә. Башҡортостанда бойҙайҙың, арпаның, һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ Т.; тары Т. киң таралған. Ауырыуҙың төп сығанағы булып зарарланған орлоҡтар, үҫемлек ҡалдыҡтары һәм тупраҡ тора. Зарарланыу шытым сығыуға тиклем (бойҙайҙың, арпаның ҡаты Т.; һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ Т.; тары Т.), сәскә атыу ваҡытында (бойҙайҙың, арпаның саң Т.), бөтә вегетация осоро дауамында (кукуруздың ҡыуыҡлы Т.) булырға мөмкин. Т. арҡаһында иген культуралары уңышын йыллыҡ юғалтыу респ. 26 мең т етә. Көрәш саралары: сыҙамлы сорттар үҫтереү; агротехник сараларҙы үҙ ваҡытында үткәреү, Т. м‑н зарарланған орлоҡ сәсеүлектәрен бракка сығарыу; орлоҡтарҙы таҙартыу һәм фунгицидтар м‑н эшкәртеү; орлоҡтарҙы һауа һәм йылылыҡ йәки ҡояш м‑н йылытыу һ.б. Т. м‑н көрәштең агротехник һәм химик ысулдары һөҙөмтәлелеген өйрәнеү м‑н Аграр университетта (М.М.Ғәниев, А.А.Мейер), Ауыл хужалығы институтында (Р.Н.Камалетдинова, А.М.Ямалиев) шөғөлләнгәндәр.

Әҙәб.: Г а н и е в М.М., С и б и р я к Л.А. Организация защиты зерновых культур. Уфа, 1985; Г а н и е в М.М., Н е д о р е з к о в В.Д., Г а н и е в Р.М. Защита полевых культур. Уфа, 2003.

М.М.Ғәниев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019