Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯМАЛИЕВ Альберт Мәғсүм улы

Просмотров: 906

ЯМАЛИЕВ Альберт Мәғсүм улы (3.7.1942, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Сәүәҙебаш а. — 1.9.2017, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (1990). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). К.М.Ямалиевтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем һәм 1974 й. алып Бөтә Союз үҫемлекселек ҒТИ‑нда (Ленинград ҡ.) эшләй. 1975 й. башлап Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 й. алып лаборатория мөдире. 1994 й. башлап Башҡортостан ауыл хужалығы ҒТИ‑ның үҫемлектәрҙе һаҡлау лабораторияһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге популяцияларҙың генетик структураһы һәм фитопатоген расаларҙың бүленеше проблемаларына арналған. Я. тарафынан үҫемлектәр иммунитетының һәм уларҙы һаҡлауҙың биохимик һәм генетик механизмдары эшләнгән һәм нигеҙләнгән; үҫемлектәр геномы экспрессияһында ҡатнашып, патогенға матдәләр алмашыныуы аша тәьҫир итеүсе иммуностимуляторҙар булдырылған; Урал төбәгендә үҫтерелеүсе бойҙай сорттарының патогендарға бирешмәүсәнлек гендары идентификацияланған.

 Х е ҙ м.: Иммуногенетические и агрохимические принципы повышения устойчивости зерновых культур в интегрированной системе защиты растений. Уфа, 2010 (авторҙ.).

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.05.2023