Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘТСӘ

Просмотров: 810

ЙӘТСӘ (Mustela nivalis), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 13—28 см, ауырлығы 40—100 г. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы. Төҫө ҡышын аҡ, йәйен арҡаһы көрән, ҡорһағы аҡ. Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа. Башы бәләкәй, муйыны оҙон. Ҡолағы ҡыҫҡа, киң. Аяғы һәм ҡойроғо ҡыҫҡа. Полигам. Енси яҡтан 10—11 айҙа өлгөрә. 3—12 (йышыраҡ 4—7) ҡолаҡ тишеге ҡапланған һуҡыр бала тыуҙыра. Башлыса төндә, ҡайһы ваҡыт көндөҙ әүҙем. Ваҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, ерһыу хайуандары һ.б. м‑н туҡлана. Урманда, ҡырҡындыла, баҫыуҙа, һаҙлыҡта осрай; кимереүселәрҙең өңдәрендә, эҫкерттәрҙә, таш араларында, ағас тамырҙары аҫтында, торлаҡ янында йәшәй. БР-ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Сысҡан һымаҡ кимереүселәрҙе юҡ итә.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019