Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЙӘЛЛЕ ООЦИСТИС

Просмотров: 640

СӨЙӘЛЛЕ ООЦИСТИС (Oocystis verrucosa), бер күҙәнәкле йәшел ылымыҡтар төрө. Күҙәнәктәре овал формала, оҙонлоғо 5,5—16 мкм, киңлеге 2,5—9,6 мкм, йомро полюстар м‑н, яңғыҙар йәки 2—8 күҙәнәктән торған ябай колонияларҙа йәшәй. Күҙәнәк тышсаһы асыҡ йәки ҡара‑көрән төҫтә, нескә, сөйәлдәр м‑н тигеҙ ҡапланған, улар ҡайһы берҙә полюстар эргәһендә ҡулса барлыҡҡа килтерә. Хлоропластары (1—8 дана) стена янында, ялғаш рәүешле, тигеҙ йәки бер аҙ теленгән, һәр береһендә пиреноид бар. Инә күҙәнәктең эсендә барлыҡҡа килгән (2—8) сөйәлле тышсалы автоспоралар ярҙамында үрсей. БР‑ҙа Ҡандракүл планктонында табылған.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: