ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ
ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, япраҡ кимергестәр (Chrysomelidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 50 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа яҡынса 100 төрө осрай: горчица япраҡ мыры, имән бөрсәһе, колорадо картуф ҡуңыҙы һ.б. Кәүҙәһе оҙонса түңәрәк, оҙонлоғо 1,2—20 мм. Төҫө сағыу (күк, һары, йәшел һ.б. төҫтәрҙең берләшмәһе). Мыйыҡтары епкә оҡшаған. Аяҡтары йөрөүсе, 4 быуынтыҡлы тәпәйҙәре бар. Йомортҡалары һары йәки ҡыҙғылт һары, үҫемлек япраҡтарына, һирәгерәк тупраҡҡа һала. Ҡарышлауыҡтары оҙонса, тура йәки С һымаҡ бөгөлгән, йыш ҡына ағыулы секрет бүлгән имсәләр менән ҡапланған, күп төрҙәрҙә асыҡ рәүештә үҫешә. Үҫемлек япраҡтарында йәки тупраҡта ҡурсаҡлана, ҡурсаҡтары ҡыҙыл, ҡыҙғылт һары, һары һ.б. төҫтә була. Йәш Я.ҡ. йәй көнө сыға. БР шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫешә. Оло бөжәктәр тупраҡта, ағас ҡабығы ярыҡтарында һәм ҡойолған япраҡ аҫтарында ҡышлай. Көндөҙ, ҡайһы бер төрҙәре кисен һәм төндә әүҙем. Үҫемлектәрҙең япраҡтары, ҡарышлауыҡтары — бөтә өлөштәре менән туҡлана. Тупраҡта, үҫемлектәрҙең туҡымаларында йәки һабаҡ эстәрендә (мәҫәлән, радужница) йәшәй. Бөтә ерҙә таралған, күпселек төрҙәре — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.
М.Ғ.Миһранов
Тәрж. Г.А.Миһранова