Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛОРАДО КАРТУФ ҠУҢЫҘЫ

Просмотров: 1055

КОЛОРАДО КАРТУФ ҠУҢЫҘЫ (Leptinotarsa decemlineata), япраҡ ҡуңыҙҙары ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала, Европала (Британия утрауҙары һәм Скандинавия ярымутрауынан башҡа) һәм Азияның көнбайыш өлөшөндә таралған. Кәүҙәһе ҡабарынҡы, ата бөжәктең оҙонлоғо 7—10 мм, инә бөжәктеке — 9—12. Төҫө ҡыҙғылт һары, һирәгерәк һары‑көрән. Башы һәм арҡаһының алғы өлөшө ҡара таплы. Ҡанаты йоҡа, алһыу, өҫкө ҡанаты асыҡ төҫтә, 10 буй һыҙаты бар. Мыйығы 12 быуынтыҡлы. Йомортҡалары асыҡ йәки ҡыҙғылт һары, оҙонса овал формаһында, оҙонлоғо 0,8—1,4 мм, картуф япрағының аҫҡы яғына һала. Йәш балағорто һоро, өлкәне — ҡыҙғылт һары. Кәүҙәһе йәбешкәк, тығыҙ, өҫ яҡтан ҡабарынҡы, һирәк осраҡта төклө, өлкән балағорттоң оҙонлоғо 16 мм етә. Уңай шарттарҙа 3—4 көн эсендә үҫә. Тупраҡта ҡурсаҡлана, ҡурсаҡ фазаһы 8—14 көн дауам итә. Йылына 1—2 быуын үҫә. Өлкән бөжәк тупраҡҡа тәрән күмелеп ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Картуфтың һ.б. эт ҡарағаты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙең япрағы һәм һабағы менән туҡлана, культуралы үҫемлектәр ҡоротҡосо. БР‑ҙың барлыҡ райондарында осрай.

  Әҙәб.: Амирханов Д.В., Беньковская Г.В., Мигранов М.Г. Пиретроиды и ингибиторы синтеза хитина в борьбе с колорадским жуком. Уфа, 1991. 

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.09.2022
Связанные статьи: