Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺОРО ӨКӨ

Просмотров: 979

 

ҺОРО ӨКӨ (Strix nebulosa), ябалаҡ һымаҡтар отрядының ябалаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 63—70 см, ата ҡоштарҙың ауырлығы 0,6—1,1, инә ҡоштарҙың — 0,7—1,9 кг, ҡанат йәйеме 130—158 см. Ҡауырһыны аҡһыл һәм ҡуңыр таптар менән сыбарланған һоро төҫтә. Башы ҙур, йомро, бит дискыһында асыҡ концентрик түңәрәк бар. Күҙҙәре һары, суҡышы аҫтында ҡара тап була. Муйыны ҡыҫҡа, хәрәкәтсән. Ҡанаттары киң, оҙон. Ҡойроғо оҙонса, осо йомро. Аяҡтары ҡыҫҡа, бөгөлгән осло тырнаҡтары бар. Моногам. Һ.ө. ҡор ҡарсығаларының, һарҙарҙың һ.б. йыртҡыс ҡоштарҙың иҫке ояларын биләй. Ояла аҡ төҫтәге 3—7, йышыраҡ 4—5 йомортҡа була. Инә ҡош яҡынса 1 ай эсендә баҫып сығара. Күбеһенсә төндә һәм эңерҙә әүҙем. Башлыса сысҡан һымаҡ кимереүселәр, һирәгерәк ҡоштар, тәлмәрйендәр менән туҡлана. Урмандарҙа, урман аҡландарында, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Һирәкләп республиканың Борай, Бөрйән, Күгәрсен райондарында һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.03.2023
Связанные статьи: