Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРТАЙ

Просмотров: 748

ТАРТАЙ (Crex crex), һыу тауыҡтары ғаиләһенә ҡараған ҡош. Европала һәм Көнбайыш Азияла таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 27—30 см, ауырлығы 80—200 г, ҡанат йәйеме 46—53 см. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, кәүшәк, көрәнһыу йәки һорғолт ерән төҫтә, арҡаһында сыбарлыҡтар һәм ян‑яғында арҡыры һыҙаттар бар, ҡанаттары ерән төҫтә. Кәүҙәһе ян‑яҡтан ҡыҫылған. Суҡышы ҙур түгел, конус формаһында. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары ҡыҙғылт көрән йәки һоро төҫтә. Енси диморфизм аҙ беленә: ата ҡоштар эрерәк. Полигам. Төндә (һирәгерәк көндөҙ) ҡуйы үлән араһында гөлдөрләй. Ояһын түңгәктәрҙә, ҡыуаҡтар араһында үлән һабаҡтарынан яһай, мүк, үлән түшәй. Ояла 5—12 (19‑ға тиклем) һарғылт аҡ, охра йәки йәшкелт төҫтәге ҡыҙғылт көрән төрткөләре һәм шәмәхә төҫөндәге таптары булған йомортҡа бар. Инә ҡош 17—19 (һирәгерәк 14—21) көн дауамында баҫа. Башлыса эңерҙә һәм төндә әүҙем. Бөжәктәр, моллюскылар, ваҡ умыртҡалылар, үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында, болондарҙа, баҫыуҙарҙа йәшәй. БР‑ҙа урман һәм урман‑дала зоналарында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023
Связанные статьи: