Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЬИЧЁВ Валерий Дмитриевич

Просмотров: 950

ИЛЬИЧЁВ Валерий Дмитриевич (28.8.1937, Өфө — 18.5.2013, Мәскәү), орнитолог. Биол. ф. д‑ры (1968), проф. (1973). Д.А.Ильичёвтың улы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) шунда уҡ эшләй: 1967 й. алып бионика, 1969 й. — орнитология лаб. мөдире. 1973 й. башлап РФА‑ның А.Н.Северцов ис. Экология һәм эволюция проблемалары ин‑тының (Мәскәү) экология һәм ҡоштарҙың тәртибенә идара итеү лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге РФ‑та ҡоштар экологияһына, этологияһына, уларҙы һаҡлауға, Көньяҡ Уралда, ш. иҫ. Башҡортостан терр‑яһында, орнитофаунаның динамикаһын өйрәнеүгә арналған. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Бөтә Союз орнитология йәмғиәте президенты (1983—2003), СССР орнитология ком‑ты (1968—1983), СССР ФА (РФА) биозарарланыуҙар б‑са фәнни советы (1975 й. алып) рәйесе.

Хеҙм.: Акустические репелленты и их применение. М., 1965 (авторҙ.); Миграции птиц и народное хозяйство. М., 1977; Говорящие птицы. М., 1990 (авторҙ.).

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019