ЗАКИРОВ Рәүеф Абдулхаҡ улы
1497
ЗАКИРОВ Рәүеф Абдулхаҡ улы (13.10.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а., хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 14.8.1995, Өфө), дәүләт эшмәкәре. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1931 й. алып Өфө паровоз‑вагон ремонтлау з‑дында, 1934 й. — Ленин град металл з‑дында эшләй, 1945 й. — Черниковка ҡала советының башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1947 й. — Октябрьский ҡала советының башҡарма ком‑ты рәйесе. 1953—78 йй. БАССР торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ министры. БАССР ЮС‑ының 3‑сө, 6—9‑сы саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971, 1976), “Почёт Билдәһе” (1945, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: