Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ

Просмотров: 1702

КУШНАРЕНКО РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Бөрө, көнсығышта — Благовещен, көньяҡ‑көнсығышта — Өфө, көньяҡта — Шишмә, көньяҡ‑көнбайышта — Благовар, көнбайышта — Саҡмағош, төньяҡ‑көнбайышта Дүртөйлө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Топорнин районы булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына Бөрө кантоны һәм Өфө кантоны улустары инә. 1936 й. 20 мартынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Саҡмағош р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан тергеҙелә. Майҙаны — 1718 км2. Адм. үҙәге — Кушнаренко а., Өфөнән төньяҡ‑көнбайышҡа табан 60 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 62,3; 1959 — 39,6; 1989 — 28,1; 2002 — 29,3; 2010 — 27,5. Милли составы (2002): башҡорттар — 43,3%, татарҙар — 39,7%, урыҫтар — 14,1%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 16,7 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 69 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Кушнаренко (9,9 мең кеше), Тарабирҙе (1,6 мең), Әхмәт (0,9 мең) ауылдары.

Район терр‑яһы Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан, төньяҡ‑көнсығышында карст үҫешкән. Бөрө биләне һәм Благовещен уйпатлығы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ (Ҡормаш); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Кушнаренко, Мадраловский, Печёнкин); нефть ятҡылыҡтары (Ҡарасайылға, Сәйет, Яңы Уҙыбаш) бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, бер аҙ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 3°С, ғин. уртаса т‑ра — -14,5°С, июлдә — 19°С. Абс. макс. т‑ра — 40°С, абс. миним. — -48,6°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 450 мм, йылы осорҙа — 300—350 мм. Гидрографик селтәрҙе Ҡармасан, Сәрмәсән ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й., һыубаҫар туғай күлдәре, һаҙлыҡтар (Колыбан, Лапҡан һ.б.) барлыҡҡа килтерә. Типик һәм йыуылған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, үҙәк өлөшөндә ҡараһыу һоро урман, төньяҡта һоро урман тупрағы таралған. Ағиҙел һәм Сәрмәсән йй. үҙәндәрендә аллювиаль тупраҡ өҫтөнлөк итә. Имән, йүкә һәм һыубаҫар туғай урмандары район майҙанының 11,4%‑ын биләй. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Гуровка тауы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 128,08 мең га (дөйөм майҙандың 73,4%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 73, сабынлыҡтар — 20, көтөүлектәр — 30,8; урмандар майҙаны — 18,7, ер өҫтө һыуҙары — 4,9. Район көньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [МУП, АХПК, 17 ЯСЙ, 78 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында Кушнаренко емеш‑еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге, инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы бар. Нефть ятҡылыҡтарын “Башнефть” АНК асыҡ АЙ эшкәртә. Район электр бүлеү селтәрҙәре пр‑тиелары, “Дорожник” ЯСЙ, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Мәскәү—Өфө, Кушнаренко—Саҡмағош—Баҡалы, Арыҫлан—Кушнаренко автомобиль юлдары үтә. Үҙәк иҡтисади төбәккә инә.

Районда а.х., киң профилле колледж, 11 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 14‑е урта мәктәп, ш. иҫ. Кушнаренко урта мәктәбе №1, гимназия, 14 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар музыка мәктәбе, “Горский” балалар ял, һауыҡтырыу һәм туризм үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 3 амбулатория, 37 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт‑интернат; 28 клуб учреждениеһы, 24 филиалы булған үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт‑спорт комплексы бар. 7 халыҡ һәм 5 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы, 52 фольклор коллективы эшләй. “Авангард” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019