Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУШНАРЕНКО, ауыл, Кушнаренко р‑ны үҙәге

Просмотров: 1119

КУШНАРЕНКО, Топорнин, ауыл, Кушнаренко р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Кушнаренко а/с үҙәге, Кушнаренко емеш-еләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәгенең үҙәк усадьбаһы; пристань. Өфөнән һәм ш. уҡ исемле т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Көҙөшлө й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында, Мәскәү—Өфө, Кушнаренко— Саҡмағош—Баҡалы, Арыҫлан— Кушнаренко автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,5; 1920 — 3,2; 1939 — 5,9; 1959 — 6,1; 1989 — 9,2; 2002 — 10,6; 2010 — 9,9. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). ПУ, гимназия, Кушнаренко урта мәктәбе №1, балалар муз. мәктәбе, 4 балалар баҡсаһы, Пионерҙар йорто, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (12 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы, ш. иҫ. “Һандуғас”), тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет, сиркәү бар.

1790 й. купчий ҡағыҙы б‑са капитан С.Е.Топорнин һатып алған Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Степановка а. булараҡ нигеҙ һалына. 1795 й. 111 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. Покровка (Степановка, Топорнин) а. 62 йортта 698 кеше йәшәгән. Игенселек, арба яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1822 й. төҙөлгән), училище, шарап ҡыуыу заводы, поташ заводы, һыу һәм 2 ел тирмәне, 21 сауҙа кибете булған. 19 б. аҙ. Топорнин булараҡ иҫәпкә алынған. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, почта бүлексәһе, земство станцияһы, ялланып эшләүгә нигеҙләнгән янғын һүндереү йәмғиәте, 5 тимерлек, пар м‑н эшләүсе тирмән һәм ярма ярғыс, кәрәсин двигателе эшләткән 2 тирмән, 12 ел тирмәне, 6 иген киптергес, 7 ҡалас бешереү оҫтаханаһы, 18 иген ҡабул итеү пункты, 47 иген келәте, сәй, шарап, галантерея, 2 һыра, 2 тимер-томор, 5 мануфактура һәм 15 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан; йәрминкәләр үткәрелгән; пароход һәм иген пристане эшләгән. 1936 й. хәҙ. исемен (БАССР‑ҙың Игенселек ХК МТС‑ының сәйәсәт секторы нач. И.И.Кушнаренко хөрмәтенә) йөрөтә. 1963—65 йй. — Саҡмағош р‑нының адм. үҙәге. Топорниндар йорто бинаһы (19 б. башы) — архитектура ҡомартҡыһы. Ауыл эргәһендә Кушнаренко ҡәберлеге урынлашҡан. Н.Н.Глебова, Л.В.Казанская, В.Д.Паширов, И.Ә.Фаршатов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Илл.: Кушнаренко р-ны Кушнаренко ауылы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019