Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ

Просмотров: 1888

ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Нуриман һәм Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Мишкә, төньяҡ‑көнбайышта Балтас р‑ндары м‑н сиктәш. 1932 й. 20 февр. БАССР‑ҙың Байҡы районы бөтөрөлөү һәм Асҡын, Мишкә р‑ндарын эреләтеү арҡаһында барлыҡҡа килә (ҡара: Административ район). 1937 й. 20 мартында Ҡ.р. Байҡыбаш районы айырылып сыға, терр‑яһының бер өлөшө Асҡын р‑ны составына бирелә. 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлә, терр‑яһы Байҡыбаш р‑нына индерелә, ул 1956 й. 31 авг. Ҡ.р. тип үҙгәртелә. 1963—65 йй. Ҡ.р. составына Асҡын р‑ны терр‑яһы инә. Майҙаны — 3786 км2. Адм. үҙәге — Ҡариҙел а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 220 км һәм Щучье Озеро т. юл. ст. (Пермь крайы) көньяҡ‑көнсығышҡа табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. – 24,5; 1959 — 50,2; 1989 – 30,3; 2002 – 28,3; 2010 – 27,9; 2017 — 25,5. Милли составы (2002): башҡорттар — 47%, татарҙар – 26,9%, урыҫтар – 19,8%, мариҙар — 5,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 7,4 кеше/км2. Районда 17 ауыл советы, 99 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ҡариҙел (6,0 мең кеше), Магинск (1,5 мең), Байҡыбаш (1,1 мең) ауылдары.

Райондың күпселек өлөшө Өфө яйлаһында, көнбайышы — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге ситендә урынлашҡан. Район Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Терр‑яһы карбонатлы карсҡа дусар. Район терр‑яһында эзбизташ (Байҡы, Битулла), кирбес‑черепица сеймалы: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Әртәкүл, Нәһретдин); Ҡушкүл нефть ятҡылығы бар. Климаты уртаса континенталь, һалҡынса. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2°C, ғин. уртаса т‑ра — -15,5°С, июлдә — 18°С. Абс. макс. т‑ра — 39°С, абс. миним. — -52,2°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 600—650 мм, йылы осорҙа — 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Байҡы, Бәрҙәш, Йүрүҙән (Оло Бәрҙәш ҡушылдығы м‑н), Кирҙә, Үреш ҡушылдыҡтары м‑н Өфө й.; Павловка һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. Кәҫле‑карбонатлы тупраҡ, һоро урман тупрағы, көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Өлөшләтә икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары м‑н аралашҡан ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар таралған. Терр‑яның 62,6%‑ы урман м‑н ҡапланған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 107,6 мең га (дөйөм майҙандың 28%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 42,1, сабынлыҡтар – 27,4, көтөүлектәр – 38,1; урмандар майҙаны – 235,5, ер өҫтө һыуҙары – 12,3. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [8 ЯСЙ, 60 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Һарыҡсылыҡ үҫешкән. “Ҡариҙел урманы" ДУП‑ы, “КаСоЛ”, “Уфалеспром", “Альпийский” ЯСЙ‑лары һәм 32 ағас әҙерләүсе пр‑тиелар ҙур күләмдә ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнә. “БашРЭС—Нефтекамск" (“Башкирэнерго" ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ филиалы), “Газпром‑Газораспределение” асыҡ АЙ‑ның Ҡариҙел комплекслы хеҙмәте, “ГИП‑Электро” ЯСЙ, “ТеплоКомСнаб”, “Монтаж-сервис", “Нур", “Прогресс" МУП‑тары (икмәк бешереү һ.б.), “Йүрүҙән" ҡулланыусылар кооперативы, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Бөрө—Тастүбә—Һатҡы автомобиль юлы үтә. Төньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһының вәкиллеге, Башҡорт а.х. колледжы филиалы, 20 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 13‑ө урта, 6‑һы төп мәктәп, лицей, 6 үҙ аллы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм 20 филиал, балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге, балалар музыка мәктәбе, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 5 амбулатория, 50 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Звёздный" физкультура‑һауыҡтырыу комплексы (Атамановка а.), Н.Ф.Гастелло ис. балалар спорт‑һауыҡтырыу лагеры, “Айдос” ҡала ситендәге лагерь; мәҙәниәт йорто, 18 ауыл мәҙәниәт йорто, 19 ауыл клубы, ш. иҫ. 2 күп функциялы клуб, 25 китапхана, ш. иҫ. район, балалар, үҫмерҙәр китапханалары, 4 моделле китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, стадион; “Альберт усадьбаһы”, “Өс ташбаш" туристик комплекстары (икеһе лә — Бәрҙәш а.), “Өс айыу янында" (Яңы Йәнсәйет а.), “Альфа” (Шамрат а.) туристик базалары һ.б. бар. “Караидель" гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019