ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР
ШӘКӘРҘЕ АЛМАШТЫРҒЫСТАР, аҙыҡҡа татлы тәм биргән матдәләр. Төп (ксилит, маннит, сорбит) һәм интенсив (аспартам, ацетосульфам К, сахарин) төрҙәргә бүленә. Маннит һәм ксилит һыуҙа — яҡшы, сахарин насар эрей; tиреү – 93°С алып (ксилит) 226°С тиклем (сахарин). Төп Ш.а. — юғары калориялы матдәләр, интенсив Ш.а. аҙ калориялы (шәкәрҙән 200— 400 тапҡыр татлыраҡ) була. Ш.а. көндәлек ҡулланыу нормаһы сикләнгән (төп Ш.а. өсөн 25 г артыҡ түгел). Башҡортостанда Ш.а. роза һымаҡтар ғаиләһе үҫемлектәренең емештәрендә (сорбит; айырыуса миләш емеше уға бай), бәшмәктәрҙә (маннит) һ.б. бар. Төп Ш.а. — шәкәр диабеты м‑н ауырыған һәм һимереү м‑н яфаланған кешеләр өсөн кондитер изделиелары, диуретик дарыу, косметика сараларының компоненттарын һ.б.; интенсив Ш.а. теш пастаһы, аҙ калориялы диетик эсемлектәр һ.б. етештереүҙә файҙаланыла. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. уртаһында Өфө витамин з‑дында сорбит (C витаминын синтезлауҙың аралаш продукты) сығарыла, ул рН 7,5—7,8 булғанда никель катализаторы ҡатнашлығында D‑глюкозаны гидрирлау юлы м‑н алына.
Әҙәб.: Крутошикова А., Угер М. Природные и синтетические сладкие вещества. М., 1988; История возникновения, становления и развития производства отечественных витаминных и лекарственных препаратов. М., 2003.
Д.Л.Рахманҡолов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов