ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович
ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович (10.11.1946, Одесса ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), химия фәндәре докторы (1977), профессор (1982). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008), БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1973 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978—87 йй. лаборатория мөдире, 2010 й. — дөйөм һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Фәнни хеҙмәттәре циклик ацеталдәр, уларҙың аналогтарының химияһы һәм технологияһына арналған. З. тарафынан коррозия ингибиторҙары, майҙарға, яғыулыҡтарға һәм полимерҙарға присадкалар алыу ысулдары эшләнә; биологик актив препараттар етештереүҙә ҡулланылған ярымпродукттарҙы синтезлауҙың традицион булмаған юлдарының принциптары күрһәтелә. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2019), БР ФА‑ның Д.Ф.Варфоломеев исемендәге премияһы (2012) лауреаты.
Хеҙм.: Радикальная теломеризация. М., 1988 (авторҙ.); Перспективные материалы для бытовой химии. М., 1990; Использование микроволнового излучения в органическом синтезе. Основные реакции и методы воздействия. Саарбрюккен, 2011 (авторҙ.).
Тәрж. Л.И.Шарапова
Илл.: C.C.Злотский