Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАНК КАРТАЛАРЫ

Просмотров: 1049

БАНК КАРТАЛАРЫ, пластик карталар төрө. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәп‑хисап һәм түләүҙәр, эш хаҡы биреү, ҡулаҡса алыу өсөн ҡулланыла. Иҫәп‑хисап схемаһы (кредит, иҫәп-хисап, алдан түләү), кемдеке булыуы (корпоратив, шәхси), хеҙмәтләндереү даирәһе, мәғлүмәтте яҙыу ысулына (чиплы, магнитлы) һ.б. ҡарап айырыла. Картала, ғәҙәттә, эйәһенең фамилияһы (атамаһы), банк‑эмитенттың атамаһы, картаның номеры һәм ҡулланылыу ваҡыты күрһәтелә. Карточка иҫәбенә инеүҙе сикләү өсөн шәхси идентификацион номер (ПИН‑код) бирелә.

1994 й. “Башпромбанк” БР‑ҙа тәүге тапҡыр Б.к. (Vicard карталарын) әйләнешкә индерә. 1996 й. “Башкредитбанк” (ҡара: “УРАЛСИБ”) BashCard карталарын сығара. 1997 й. “Башкредитбанк”, “Социнвестбанк”, “Башҡортостан”, “Башэкономбанк” (ҡара: “Минең банк. Ипотека”) һәм “Башинвестбанк” банкылары BashCard респ. түләү системаһын төҙөү, хеҙмәтләндереүгә карталар ҡабул итеүсе һатыу‑сервис селтәрен үҫтереү, эш хаҡы проекттарын индереү б‑са килешеү төҙөй. 2000 й. “Башкредитбанк” Accord Рәсәй түләү системаһын булдырыу инициаторҙарының береһе булараҡ сығыш яһай. Уға 23 Рәсәй банкыһы ҡушыла. 2007 й. БР‑ҙа халыҡҡа аҡсалы соц. түләүҙәрҙе адреслы күсереү өсөн MasterCard түләү системаһының Б.к. ҡулланып соц. карталарҙы тулы масштаблы индереү башлана.

2010 й. БР‑ҙа ғәмәлдә 4,1 млн Б.к., һатыу‑сервис селтәрендә тауар һәм хеҙмәттәр өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү өсөн — 10,8 мең, банк офистарында ҡулаҡса биреү өсөн — 2,3 мең POS‑терминал, 3 меңдән ашыу банкомат иҫәпләнгән. Бөтә банкоматтарҙың 80%‑тан ашыуы карта иҫәбенән тауар һәм хеҙмәттәр (торлаҡ‑коммуналь, элемтә, телевидение һ.б.) өсөн түләү мөмкинлеген биреүсе функциялар м‑н тәьмин ителгән. Респ. йәшәүсе һәр кешегә яҡынса 1 Б.к. тура килә. Б.к. сығарыу б‑са Башҡортостан РФ төбәктәре араһында — 6‑сы, тауар, эш һәм хеҙмәттәр өсөн түләү операциялары һаны б‑са — 6‑сы, һатыу-сервис селтәрендә иҫәп‑хисап саралары һаны б‑са 7‑се урынды биләй.

И.М.Минәзов

Тәрж. Г.М.Ҡотоева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: