Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ

Просмотров: 706

ҺАРЫҠТАРҘЫҢ ҺӘМ КӘЗӘЛӘРҘЕҢ ЙОҒОШЛО ПУСТУЛЁЗ ДЕРМАТИТЫ, йоғошло эктима, инфекцион ауырыу, лайлалы тиресәлә һәм тирелә төйөрҙәр, везикулалар, пустулалар һәм ҡутырҙар барлыҡҡа килеү хас. Тыуҙырыусыһы — Poxviridae ғаиләһенә ҡараған вирус. Ирен, аяҡ һәм енси ағза формалары айырыла. Шулай уҡ был вирусҡа ҡырағай ҡуш тояҡлыларҙың ҡайһы бер төрҙәре һәм кеше бирешә. Тыуҙырыусыны таратыусылар — ауырыу мал. Мал аҙығы, һыу һ.б. аша йоға. Ауырыу башлыса ҡаты ҡоро үҫемлекле көтөүлектәрҙә мал көткәндә һәм ҡаты ҡар япмаһында тибендә йөрөгәндә күҙәтелә. Ауырыуҙы тыуҙырыусы йәрәхәт һәм яралар аша тире, лайлалы тиресәнең эпителий күҙәнәктәренә үтеп инә, уларҙа дистрофик һәм некротик процестар тыуҙыра. Инкубация осоро — 6—8 тәүлек. Ирен формаһында ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе һәм ирен тиреһе; аяҡ формаһында — тояҡ төбө һәм тояҡ араһы тиреһе; енес ағзаһы формаһында — ата һәм инә малдың енси ағзаларының лайлалы тиресәһе, һөт биҙе тиреһе зарарлана. Ауырыу мал ашауҙан туҡтай, ябыға, аяҡ формаһында — аҡһай. Өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал (некробактериоз, пастереллёз һ.б.). Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник һәм лаб. тикше­реү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: антисептик препараттарҙы урынлы ҡулланыу. Иҫкәртеү: ауырыу малды изоляциялау, биналарҙы дезинфекциялау. Һ.һ.к.й.п.д. осраған хужалыҡтарҙа малға вакцинация үткәрелә. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында ауырыу киң таралыш ала һәм һарыҡсылыҡҡа ҙур иҡт. зыян килтерә. Һарыҡтарҙың йоғошло эктимаһын өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 90‑сы йй. башынан Аграр университетта алып барыла: ауырыуҙың патогенезы (У.Ғ.Ҡадиров), ауырыуҙы диагностикалау, клиник үҙенсәлектәре һәм эпизоотологияһы (А.Ғ.Насиров), нервыларҙа микроскопик һәм ультраструктур үҙгәрештәр (Ғ.Р.Шакирова), иммун системаһы ағзаларында үҙгәрештәр (С.М.Шакирова) өйрәнелә.

Әҙәб.: Функциональная морфология при контагиозном пустулёзном дерматите овец /Г.Р.Ша­кирова [и др.]. Уфа, 2008.

У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: