“ОПТИМЕДСЕРВИС”, предприятие
“ОПТИМЕДСЕРВИС”, ЯАЙ. Күҙ ауырыуҙары булған пациенттарға махсус медицина ярҙамы күрһәтә, офтальмохирургия өсөн мед. техникаһы һәм материалдары, күреүҙе контактлы коррекциялау саралары эшләй һәм етештерә. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. нигеҙ һалынған. “О.” составында ғилми‑етештереү бүлектәре (Өфөлә микрохирургия ҡорамалдары, Стәрлетамаҡ ҡ. сервис, оптик, биохимик продукциялар; бөтәһе лә 1993 й. асылған), 30 “Оптик‑Экспресс” күреүҙе коррекциялау үҙәге (Өфөлә — 13, Стәрлетамаҡта — 3, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта — 2‑шәр, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Күмертауҙа, Мәләүездә, Туймазыла, Яңауылда — 1‑әр; 1993—2012 йй. асылған), 3 “Оптимед” күреүҙе лазер ярҙамында тергеҙеү б‑са хирургия үҙәге (Өфө, 2002; Стәрлетамаҡ, 2007; Октябрьский, 2010) эшләй. 2013 й. 453 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һәм яҡын сит илдәрҙә һатыла. “О.” “Оптимед” сауҙа маркаһы м‑н күҙҙең энергетик хирургияһы өсөн мед. аппараттары, йыйылмалы яһалма күҙ яҫмыҡтары, гель һымаҡ күҙ эсе мөхиттәре, микрохирургия инструменттары, күҙҙе контактлы коррекциялау саралары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән. Ген. директоры Б.М.Аҙнабаев (1993 й. алып).
Т.Р.Мөхәмәҙиев
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина