Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ

Просмотров: 1216

КҮҘ АУЫРЫУҘАРЫ, күҙ алмаһы, уның өҫтәмәләре (күҙ ҡабаҡтары, күҙҙең тиресә шекәрәһе, күҙ йәше ағзалары) һәм күҙ соҡоро ауырыуҙары төркөмө. Патологик процесс үҫеше тупланған урындан сығып күҙ ҡабағы (блефарит, халазион, арпа һ.б.), тоташтырыусы туҡыма (конъюнктивит, паратрахома, трахома һ.б.), күҙ йәше ағзалары (дакриоаденит, дакриоцистит һ.б.), күҙҙең мөгөҙсә ҡатламы (ҡылау, кератит һ.б.), күҙ ағы (склерит, эписклерит һ.б.), тамыр юлдары (иридоциклит, ирит, увеит һ.б.), күҙ яҫмығы (афакия, катаракта һ.б.), быяла һымаҡ есем (гемофтальм, ҡорошоу һәм ҡубыу һ.б.), күҙҙең селтәрле шекәрәһе (ангиосклероз, ҡубыу, ретинопатия һ.б.), күреү нервыһы (атрофия, неврит, папиллит һ.б.), күҙҙе хәрәкәтләндереү аппараты (ҡылыйлыҡ, нистагм һ.б.), күҙ соҡоро (экзофтальм, энофтальм, флегмона һ.б.) ауырыуҙарына бүленә. К.а. ш. уҡ рефракция аномалиялары (астигматизм, күрәшлек, үтәғарау һ.б.), күҙ эсе баҫымы патологияһы (глаукома, күҙ гипотонияһы һ.б.), йәрәхәттәр (травмалар, бешеү һ.б.) һәм күреү ағзаһының шештәре (остеома, саркома, ретинобластома һ.б.), төҫтәр айырыуҙың (аномаль три‑, ди‑ һәм монохромазия) һәм яҡтыны тойоуҙың (гемералопия) боҙолоуы инә. К.а. тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, йоғошло һәм йоғошһоҙ, бер һәм ике яҡлы була, киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Тышҡы (яралар, инфекциялар) һәм эске сәбәптәр тәьҫирендә, беренсел йәки организмдың төрлө сирҙәрҙән өҙлөгөүҙәре һөҙөмтәһендә (шәкәр диабеты, боғаҡ, мейелә ҡан әйләнеше боҙолоу, лимфолейкоз һ.б.) барлыҡҡа киләләр. Диагностика өсөн клиник, инструменталь һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз, хирургик, күреүҙе физиотерапевтик, оптик коррекциялау. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күреү үткерлегенең һәм күреү майҙанының кәмеүе, һуҡырайыу, косметик дефекттар. Иҫкәртеү: диспансерлаштырыу, күҙҙәргә көс төшөрөү режимын һәм эш урынында яҡтылыҡ нормаһын еренә еткереп үтәү, күҙҙәр өсөн дауалау гимнастикаһы, һаҡланыу сараларын ҡулланыу (күҙлектәр, ҡаплап тороусы щиттар, селтәрҙәр һ.б.). Башҡортостанда 100 мең кешегә 2007 й. — 13848; 2009 — 14010; 2011 й. 13207 К.а. м‑н сирле теркәлгән. БР‑ҙа К.а. диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү проблемалары Күҙ ауырыуҙары институтында, Медицина университетында, Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә, шәхси офтальмология үҙәктәрендә өйрәнелә. Шулай уҡ ҡара: Офтальмология.

М.Т.Аҙнабаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: