Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘСӘК

Просмотров: 1172

СӘСӘК, Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы.

Кеше С. Натураль С. — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — РНК‑лы вирустар, тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. С. (был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда) кешеләрҙең 100%‑ы бирешә. Ауырыуҙың ауыр (тотош баҫып алған, пустулёз‑геморрагик, сәсәк пурпураһы) һәм еңел (сабыртмаһыҙ, вариолоид) формалары була. Инфекция башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 5—22 көн. Вирустар тын алыу юлына эләгә, регионар лимфа төйөндәренә үтеп инә, шунда үрсей, һуңынан ҡан ағышы м‑н тән тиреһенә, бауырға, елеккә һ.б. ағзаларға тарала. Төп симптомдары: тән т‑раһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, өшөп ҡалтыраныу, баш ауыртыу, ҡоҫоу, һигеҙгүҙ өлкәһе ауыртыу, тирегә һәм лайлалы тиресәләргә сабыртма сығыу (бер нисә стадия үтә: розеола, папула, везикула, пустула, эрозия, ҡутыр); тәндәге ҡутырҙар ҡубып төшкәндән һуң тотороҡло типик йөйҙәр (шаҙралар) ҡала. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: инфекцион‑токсик шок, сепсис, энцефалит, пневмония, кератит, һуҡырайыу һ.б. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник, лаб. (электрон микроскопия, агарҙа иммунофлюоресцент ысулы м‑н микропреципитация реакцияһы, тыуҙырыусының тауыҡ эмбриондарында йәки туҡымалар культураһында бүленеүе) һәм серологик (гемагглютинация реакциялары) тикшереү мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (сәсәккә ҡаршы иммуноглобулин, бактерияларға ҡаршы, дезинтоксикациялаусы һ.б. препараттар). Иҫкәртеү: сәсәккә ҡаршы вакцинация. Башҡортостанда С. киң таралған була, 19 б. ауыл халҡын вакцинациялауҙа махсус өйрәтелгән крәҫтиәндәр ҡатнаша. 1905 й. Өфөлә Пастер станцияһы ойошторола, 1906 й. уның эргәһендә халыҡты сәсәк вакцинаһы м‑н тәьмин итеү өсөн сәсәкле быҙауҙар аҙбары асыла (ҡара: “Иммунопрепарат”). 1913 й. Өфө губ. 10 мең кешегә С. м‑н ауырыусы 9,6 кеше тура килә. 1919 й. алып халыҡты планлы вакцинациялау үткәрелә башлай. 1955 й. Башҡ‑н респ. санитария‑эпидемиология станцияһында айырыуса ҡурҡыныс инфекциялар бүлеге асыла, ул сәсәккә прививка яһауҙы контролдә тота. 1957—70 йй. респ. йыл һайын сәсәккә ҡаршы планлы иммунлаштырыу 400—450 мең кешегә үткәрелә. 1980 й. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сессияһында донъяла С. ауырыуының бөтөрөлөүе хаҡында иғлан ителә һәм был ауырыуға ҡаршы халыҡты вакцинациялау туҡтатыла.

Хайуандар С. А.х. малының бөтә төрҙәре, маймылдар ауырый. Һарыҡ, кәзә, сусҡа һ.б. мал вирустары береһенән икенсеһенә бер төр эсендә йоға; һыйыр С. вирусы башҡа төр хайуандарҙы ла зарарлай һәм кешегә йоғоп, натураль С. еңел формаһын хәтерләткән ауырыу тыуҙыра. Тыуҙырыусыны таратыусылар — ауырыу мал һәм вирус йөрөтөүселәр. Ауырыу аэроген, алиментар һәм контакт юлдары аша йоға. Тыуҙырыусы тирене һәм лайлалы тиресәне зарарлай, уларҙа шаҙралар барлыҡҡа килә. Инкубация осоро — 3—14 тәүлек. Ауырыу башланғанда ҡыҫҡа ваҡытҡа тән т‑раһы күтәрелә, һүлпәнлек, аппетит юғалыу һ.б. күҙәтелә. Шаҙралар һыйырҙарҙа — башлыса елен һәм имсәк тиреһендә, быҙауҙарҙа — баш, ауыҙ, ирен һәм танау тиреһендә; һарыҡтарҙа — баш, аяғының эске яғы һәм ҡорһаҡ тиреһендә; йылҡы малында — ауыҙ, танауҙың лайлалы тиресәһендә, енси ағзала һәм тышау урыны тиреһендә; сусҡаларҙа — ҡорһаҡ, арҡа һәм баш тиреһендә; ҡоштарҙа тире формаһы булғанда — суҡыш һәм күҙ ҡабағы өлкәһе тиреһендә, дифтериоид формаһы булғанда ауыҙ һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһендә сыға. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: гастроэнтерит, мастит, сепсис һ.б. Диагностика эпизоотологик, клиник, лаб. һәм патологоанатомик тикшереү мәғлүмәттәренә нигеҙләнә. Дауалау медикаментоз (гамма‑глобулиндар, антибактериаль һәм антисептик препараттар). Иҫкәртеү: зооветеринар сараларҙы үтәү. Респ. ваҡ мал С. — 1966 й. алып, һыйыр малы С. — 1973 й. алып, сусҡа С. 1989 й. алып теркәлмәй. 20 б. 70—80‑се йй. БАХИ‑ла (ҡара: Аграр университет) сусҡа малында С. булғанда патоморфологик үҙгәрештәрҙе өйрәнеү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Ф.Ә.Кәримов, У.Ғ.Ҡадиров, А.А.Сергеев, Л.Н.Судзиловский һ.б.).

Әҙәб.: К а д ы р о в У.Г., Б о р и с о в и ч Ю.Ф. Оспа животных. М., 1981.

У.Ғ.Ҡадиров, Г.Д.Минин, Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: