Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСТЕОМИЕЛИТ

Просмотров: 975

ОСТЕОМИЕЛИТ (гр. osteјon — һөйәк, myeloјs — мейе), електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе м‑н бер юлы шешеүе. О. специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ.б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ.б. һөҙөмтәһендә); киҫкен һәм хроник төрҙәргә бүләләр. Төп билдәләре: һөйәктәр ауыртыу, т‑ра күтәрелеү һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: сепсис, эренле артрит, һөйәктәрҙең патологик һыныуы һ.б. Диагностика өсөн тикшеренеүҙең инструменталь (рентгенография, радиоизотоп сканерлау, һөйәктең эске баҫымын үлсәү м‑н елеккә пункция эшләү) һәм лаб. (пунктатты бактериологик тикшереү) ысулдары файҙаланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, иммунитетты көсәйтеүсе һ.б. препараттар) һәм хирургик (некрэктомия, һөйәк ҡыуышлығын пластик материал м‑н тултырыу). Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан Медицина университетында үткәрелә: А.А.Полянцев етәкс. пуля м‑н яраланыуҙан һуң барлыҡҡа килгән О. дауалау ысулдары эшләнә, 70‑се йй. алып ололарҙа ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау (Е.Н.Кель, Р.Х.Мадьяров, В.Ғ.Сәхәүетдинов, Ш.И.Хөсәйенов), ш. иҫ. аутотрансплантаттар ҡулланып дауалау (В.О.Кузнецов), балаларҙа гематоген О. дауалау алымдары камиллаштырыла (Ф.Х.Ғәйнанов, А.Г.Лютов һ.б.).

В.Ғ.Сәхәүетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: