Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОСТЕОХОНДРОЗ

Просмотров: 1091

ОСТЕОХОНДРОЗ (гр. osteon — һөйәк һәм chondros — кимерсәк), умыртҡалыҡтың мультифакториаль дистрофик үҙгәреүе. О. неврологик билдәләре микротравмалар, умыртҡа‑ара дискыларының һәм умыртҡаның дуға һымаҡ үҫентеләренең кимерсәк туҡымаһында матдәләр алмашыныуы боҙолғанда барлыҡҡа килә, улар организмдың аутосенсибилизацияһына һәм умыртҡалыҡта некробиотик һәм пролифератив үҙгәрештәр үҫешенә килтерә. Төп билдәләре: умыртҡалыҡтың билдәле бер урынында хәрәкәттең сикләнеүе һәм артабанғы иррадиация м‑н ауыртыуы (ҡулға, аяҡҡа, башҡа биреп) һ.б. Мускулдарҙың контрактураһы, умыртҡалыҡтың формаһы боҙолоу һ.б. кеүек өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Диагностика өсөн нейроортопедия һәм нейровизуаль тикшеренеүҙәр, электронейромиография һ.б. мәғлүмәттәр файҙаланыла. Дауалау: медикаментоз (нестероидлы шешеүгә ҡаршы һ.б. препараттар), физиотерапевтик, мануаль терапияның төрлө алымдары, остеопатия һ.б. Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Медицина университетында алып барыла: 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Н.А.Борисова етәкс. О. комплекслы дауалау ысулдары эшләнә, 90‑сы йй. алып ауырыуҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау камиллаштырыла (А.Б.Кузьмин, Ю.О.Новиков, Ш.М. Сафин, Р.С.Фәрхетдинов һ.б.), О. м‑н ауырығандарҙың гликозаминогликандар алмашыныу торошо өйрәнелә (Е.А. Дегтев, А.Ф.Мөрсәлимова), умыртҡаларҙың алғы һәм артҡы тотороҡлоғо өсөн яйланмалар булдырыла (Б.Ш.Минасов, М.Ф.Ғәликәйев). Бальнеотерапияны (ш. иҫ. радонотерапияны) һәм энәләр рефлексотерапияһын (Р.Ғ. Вәлиев, Т.Л.Васильева, Ә.Ғ.Ғәлләмов), “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл”, “Янғантау” шифаханаларының дауалау факторҙары м‑н берлектә һыу эсендә дозалап вертикаль һуҙыу ысулын комплекслы файҙаланыуҙың һөҙөмтәле булыуы өйрәнелә (Л.Т.Ғилметдинова, Ә.Р.Сәхәбетдинова, З.Р.Хәйбуллина). Шулай уҡ ҡара: Дорсалгия.

И.О.Новиков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: