Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ

Просмотров: 1319

ОФТАЛЬМОЛОГИЯ (гр. ophthalmoјs — күҙ һәм ...логия), күреү ағзаһының анатомияһын һәм физиологияһын, күҙ ауырыуҙарының, күреү һәләтенең боҙолоу этиологияһын, патогенезын, клиникаһын өйрәнгән һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләгән медицина өлкәһе. Өфө губернаһында беренсе күҙ дауаханаһы 1903 й. — Өфөлә, 1919 й. Стәрлетамаҡ ҡ. асыла. О. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Башҡортостанда 1926 й. алып, Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты) асылғандан һуң, алып барыла, В.П.Одинцов, В.И.Спасский һәм Ғ.Х.Ҡоҙаяров етәкс. республикала трахома эпидемиологияһы, уны диагностикалау, клиникаһы, дауалау, иҫкәртеү һәм бөтөрөү мәсьәләләре өйрәнелә, глаукоманы һәм күҙ травмаларын дауалау ысулдары эшләнә (М.Т.Аҙнабаев, К.Р.Беленький, Н.А. Завьялова, Р.Ғ.Ҡоҙаяров, Ф.Ш.Ҡорбанаева һ.б.). 1936 й. ҒТИ нигеҙендә БДМИ‑ның күҙ ауырыуҙары каф. асыла (ҡара: Медицина университеты), фәнни тикшеренеүҙәрҙең йүнәлештәре киңәйтелә: күҙҙәрҙең вируслы ауырыуҙары (Р.З.Вафина, Р.Ф.Войшвилло, Ғ.Ә.Вәлиева), трахоманың эҙемтәләре (Завьялова, М.А. Кальметьева, Ҡорбанаева), балаларҙың күҙ ауырыуҙары, глаукоманы, тыумыштан килгән катарактаны дауалауҙың хирургик ысулдарын камиллаштырыу, О. пластик операциялар ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү (Б.С. Бродский, Ғ.Х.Ҡоҙаяров, Спасский). 60‑сы йй. алып глаукоманың патогенезы өйрәнелә һәм хирургик дауалау ысулдары камиллаштырыла (Беленький, Вафина, С.М.Вәлиева, Т.С.Ишмөхәмәтова), нефть, нефтехимия һәм химия сәнәғәте эшселәренең күреү ағзаһы торошона һәм функцияларына зарарлы производство факторҙарының тәьҫире тикшерелә (Ә.Х.Ғиниәтуллина, Т.С.Иванова, Кальметьева һ.б.). 70‑се йй. башынан күҙ ауырыуҙары һәм травмалары булғанда микрохирургик операциялар эшләнә, оптик‑реконструктив һәм пластик операциялар ысулдары камиллаштырыла (М.Т.Аҙнабаев, Войшвилло, В.К. Суркова, Э.Р.Мулдашев). 70‑се йй. уртаһынан Р.Ғ.Ҡоҙаяров етәкс. күреү һәләте кәмегән ауырыуҙарҙы комплекслы дауалау һәм медик‑соц. реабилитациялау мәсьәләләре ҡарала. 80‑се йй. башынан һуҡыр тыуған һәм имсәк балаларҙың күреү һәләтен оператив тергеҙеү проблемалары хәл ителә: хирургик дауалау ысулдары, приборҙар, инструменттар, яһалма күҙ яҫмыҡтары эшләнә (М.Т.Аҙнабаев, Р.Ә.Аҙнабаев, М.М.Бикбов, И.С.Зәйҙуллин, Р.Х.Искәндәров, Ә.Ғ.Ҡаҙаҡбаев һ.б.). 1980 й. алып күреү ағзаһы патологияһын дауалау өсөн операциялар лазер файҙаланып эшләнә. Реконструктив операциялар киң ҡулланыш ала: кератопластика, кератопротезлау, интраокуляр линзаларҙы имплантациялау, витрэктомия, иридопластика һ.б. файҙаланыла. 90‑сы йй. алып тикшеренеүҙәр түбәндәге йүнәлештәр б‑са алып барыла: инфекцион ауырыуҙар, ш. иҫ. күҙҙең герпетик, аденовируслы һәм хламидиялы ауырыуҙары (В.Б.Мальханов), күреү ағзаһының травмаһы (Суркова), күҙ мөгөҙсәһе патологияһы (Бикбов), күҙ соҡоро ауырыуҙарын диагностикалау (Ә.Ф.Ғабдрахманова), балалар катарактаһы хирургияһы ваҡытында иммунитетты төҙәтеү (Р.Ә.Аҙнабаев), күҙ ауырыуҙары һәм травмаларының витреоретиналь хирургияһы (И.Н.Серёжин), Рәсәйҙә беренсе тапҡыр операция эшләп булмай торған глаукома булғанда диодлы лазер ҡулланып микроэндоскопик хирургия эшләнә (Б.М.Аҙнабаев), яңы дарыуҙар эшләп сығарыла (З.Ә.Дауытова) һ.б. 1992 й. алып Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда күреү ағзаһына производство факторҙары комплексы тәьҫирен өйрәнеү, контактлы һәм интраокуляр коррекция өсөн яңы синтетик полимерҙар эҙләү, диод лазеры м‑н күҙ йәше юлдарын тергеҙеү ысулын индереү (Б.М. Аҙнабаев, М.Т.Аҙнабаев, Р.Р.Клявлин, Б.Т.Фәттәхов), яңы дарыуҙар (вирустарға ҡаршы, мөгөҙсәне репаратив регенерациялау биостимуляторҙары, күҙ туҡымаһы протекторҙары һ.б.), трансплантаттар, микрохирургик инструменттар һәм яйланмалар эшләп сығарыу б‑са эштәр алып барыла. 1996 й. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәге ойошторола, унда биотрансплантаттар файҙаланып микрохирургик һәм пластик операциялар эшләнә (В.Ү.Ғәлимова, Г.Ғ.Корнилаева, С.Ә.Мөслимов, Мулдашев һ.б.).

М.Т.Аҙнабаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: