Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОПЫЛОВ Павел Иванович

Просмотров: 1232

КОПЫЛОВ Павел Иванович [28.6.1921, Ырымбур губ. Борисовка а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 11.6.1999, Өфө], танкист, подполковник (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Горький хәрби-сәйәси уч‑щеһын (1943), офицерҙар составының күнекмә танк полкын (Ҡазан, 1944) тамамлаған. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Төньяҡ-Көнбайыш, Калинин һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия кавалерия корпусы 8‑се гвардия кавалерия див. 136‑сы танк полкының танк взводы ком. лейт. К. 1944 й. 6—17 окт. Дебрецен ҡ. (Венгрия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Ырымбур өлк., 1966—81 йй. Өфөлә хужалыҡ эштәрендә була. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Ырымбур өлк. Пономарёвка а. урамға бирелгән; Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Кондратьев А. Ради жизни на земле //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019