Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФАКҮЛ РАЙОНЫ

Просмотров: 952

САФАКҮЛ РАЙОНЫ, Ҡурған өлкәһенең көньяҡ‑көнбайышында урынлашҡан. 1941 й. Силәбе өлкәһе терр‑яһында ойошторолған, 1943 й. 6 февр. алып Ҡурған өлк. составына ингән. Майҙаны — 2280 км2. Адм. үҙәге — Сафакүл ауылы. Районда 13 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 15,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. 43% башҡорттар (ҡара: Урал аръяғы башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Абултай, Аҙналы, Баҡай, Бикбирҙе, Ҡалмаҡ- Әбдрәш, Оло Султан, Сөләймән, Һарт- Әбдрәш һ.б. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 3 мәктәбендә өйрәнелә (2015). Сафакүл а. — Башҡ. һәм татар мәҙәниәттәре үҙәге (2001 й. алып), “Ләйсән” балалар вокаль ансамбле, Ҡалмаҡ‑Әбдрәш а. — “Әхирәттәр” фольклор ансамбле, Абултай а. “Абултай килендәре” фольклор ансамбле һ.б. эшләй. Азаматовтар ошо районда тыуған.

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: