Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ

Просмотров: 1496

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторола. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округына инә. Майҙаны — 71 мең км2. Халҡы — 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 12,7 кеше/км2. Халҡы‑ ның тәбиғи кәмеүе — 2,8 мең кеше. Урбанизация — 54,6%; ҙур ҡалалары — Ҡурған, Шадринск. Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 473 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 90, татарҙар — 1,9, башҡорттар — 1,4. Ҡ.ө. башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай.

16 б. уртаһына тиклем Ҡ.ө. терр‑яһы Себер ханлығында була, уға Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә, Исәт, Мейәс, Уй йй. буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре инә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң — Себер даруғаһының Ҡатай, Ҡалмаҡ һәм Һарт улустары, 1919 й. тиклем — Силәбе өйәҙе, 1919—22 йй. — Ялан кантоны, 1943 й. Ҡ.ө. Әлмән районы һәм Сафакүл районы башҡорттар айырыуса тупланып йәшәгән терр‑ялар иҫәбенә инә. БР м‑н Ҡ.ө. араһында Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү т‑да килешеүгә (1995), Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2006) ҡул ҡуйылған. Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, 18 башҡ. фольклор, ш. иҫ. 3 балалар коллек‑ тивы, эшләй. 1995 й. алып өлкә радиоһында башҡорт телендә ай һайын “Тыуған яҡ” тапшырыуы сыға. Райондың 17 мәктәбендә (7‑һендә башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә) башҡ. халҡының тарихы һәм әҙәбиәте б‑са факультативтар, түңәрәктәр ойошторола. Әлмән р‑нының Тәңрекүл урта мәктәбе башҡ. телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү б‑са методик үҙәк булып тора. 2005 й. башлап БР һәм Ҡ.ө. ғилми һәм мед. учреждениелары араһында үҙ‑ара хеҙмәттәшлек үҫешә, атап әйткәндә, акад. Г.А.Илизаров ис. “Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы” Рәсәй ғилми үҙәге (Ҡурған) БР‑ҙың мед. учреждениеларына консультатив һәм методик ярҙам күрһәтә.

Ҡ.ө. тыуған Ғ.С.Ғәлиуллина, Ш.Ә.Манатов, Д.П.Соколов, Ғ.Ғ.Тағанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Әҙәб.: Ҡурған башҡорттары. Өфө, 2004; Демография башкирского народа: прошлое и настоящее. Уфа, 2002.

 

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: