Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИТ

Просмотров: 1098

ОБЛИТЕРАЦИЯЛЫ ТРОМБАНГИИТ, Б ю р г е р а у ы р ы у ы, магистраль, башлыса ваҡ һәм уртаса ҡан тамырҙарының иммунопатологик шеш ауырыуы, ҡан тамырҙары киңлегенең тулы бөтәшкәнгә тиклем (окклюзия) тарайыуы һәм аяҡтың дисталь өлөшөнөң ҡан м‑н тәьмин ителеүе боҙолоуы м‑н билдәләнә. О.т. периферик (аяҡтың дисталь некрозы м‑н аяҡ һәм ҡул артерияла‑ ры зарарланыуы), висцераль (йөрәк, абдоминаль һәм церебраль ҡан тамырҙары васкулиты) һәм ҡатнаш формаларға; киҫкен, киҫкенгә яҡын һәм хроник рәүештә үткәнгә айыралар. Ауырыуҙың үҫешенә тәмәке төтөнө, ауыр металл тоҙҙары продукттары м‑н ағыуланыу, аяҡ травмалары, туңыу һәм оҙайлы ваҡыт ҡабат‑ҡабат һалҡын алдырыу, вируслы, хламидиялы инфекциялар һ.б. булышлыҡ итә. Төп симптомдары: тән тиреһе ағарыныуы һәм аяҡтарҙың һыуыныуы, арыусанлыҡ һәм шәп атлағанда аяҡ балтырҙары мускулдарының көслө ауыртыуы, туҡтағанда ауыртыуҙың үтеүе (“ҡайтмалы сатанлыҡ”). Диагностика өсөн анамнез, клиник (аяҡ артерияларында пульсацияны билдәләү) һәм инструменталь (ультратауыш, рентгенография һ.б.) тикшеренеү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе, туҡымалар трофикаһын яҡшыртыусы һ.б. препа‑ раттар), физиотерапевтик, хирургик (ҡан тамырҙарын шунтлау, ампутациялау һ.б.). Туҡымалар некрозы, трофик сей яралар, бармаҡ (табан) гангренаһы һ.б. өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал. Башҡортостанда 100 мең кешегә О.т. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2008 — 216,0; 2010 — 253,6; 2012 — 157,0. Медицина университетында 20 б. 90‑сы йй. алып аяҡта неогенез стимуляцияһы, аллоген материалдар һәм күҙәнәк технологиялары нигеҙендә йөрәк өйрәнелә (Ш.С. Миңлеғәзимов, В.В.Плечев, В.М.Тимербулатов, Ә.Ғ.Хәсәнов), аортаға һәм магистраль артерияларға реконструктив операциялар яһағанда өҙлөгөүҙәрҙе комплекслы иҫкәртеү ысулдары камиллаштырыла (Р.И.Ишбулдин, А.И.Шестаков).

С.В.Фёдоров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: