Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы

Просмотров: 978

ГАЛИНА Гөлназ Салауат ҡыҙы (3.2.1961, Өфө), музыка белгесе, педагог‑методист. Филол. ф. канд. (1998). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2018). Композиторҙар союзы (1995), РФ Композиторҙар союзы (1997) ағзаһы. С.Ә.Галиндың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ, бер үк ваҡытта 1998—2014 йй. БР‑ҙың Мәғарифты үҫтереү ин‑тында уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт проф. һәм халыҡ музыкаһының төрлө жанрҙары формалашыуы һәм үҫешенә, Башҡортостан композиторҙарының ижадына арналған. Г. сценарийы б‑са А.А.Солтанов т‑да “Ҡараңғылыҡтағы нур” (“Свет во тьме”; 2001) документаль фильмы төшөрөлә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ “Тамара Хоҙайбирҙина” (“Тамара Худайбердина”; 1996) китабы, “Башҡорт халыҡ музыкаһы” (“Башкирская народная музыка”; 2013) уҡытыу әсбабы, “Башҡорт опера либреттоһы” (“Башкирское оперное либретто”; 2014) монографияһы авторы. “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 2004) энциклопедияһы, дөйөм белем биреү мәктәптәренең 7—10‑сы кластары өсөн урыҫ (2002—2005) һәм татар (2005—2008) телдәрендә “Башҡортостан мәҙәниәте” (“Культура Башкортостана”) дәреслектәре авторҙарының береһе.

Хеҙм.: Хусаин Ахметов. Уфа, 1994; Загир Исмагилов. Уфа, 1997; Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006; Башкирская национальная опера как документ эпохи (сюжеты, образы, драматургия). Уфа, 2010.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.06.2023
Связанные темы рубрикатора: