Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы

Просмотров: 1878

АБУШАХМАНОВ Айрат Әхтәм улы (20.8.1974, Өфө ҡ.), режиссёр. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2012). Театр эшмәкәрҙәре союзы (2006), Рәсәйҙең театр режиссёрҙары гильдияһы ағзаһы (2010). Ә.Ә.Абушахмановтың улы. ӨДСИ‑не (1995; Р.В.Исрафилов курсы), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (2003; В.В.Долгачёв һәм П.О.Хомский курсы) тамамлаған. 2003—04 йй. Мәскәүҙең Яңы драма театрында режиссёр ассистенты һәм Халыҡ‑ара славяндар институтында (Мәскәү) уҡытыусы. 1995—98 йй. Башҡ. дәүләт академия драма театры актёры, 2004 й. алып режиссёр, 2005—12 йй. һәм 2019 й. башлап баш режиссёр, бер үк ваҡытта 2010 й. — ӨДСИ‑лә уҡыта.

   А. режиссёрлыҡ сәнғәтендә төп йүнәлеш — реализмды символизмға еткереп байытыу һәм уның яңы мөмкинлектәрен асыу. Башлыса милли драматургия әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, уларҙа хәҙерге заман халыҡ-ара театр телен ҡулланырға, яңы формаларҙы һәм тасуирлау сараларын табырға ынтыла. “Нур” Өфө татар театры сәхнәһендә “Ҡыҙыҡ ваҡиға” (2001) спектакле менән тәүге тапҡыр сығыш яһай. Башҡорт драма театрында М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса Р.В.Исрафиловтың шул уҡ исемле спектаклен, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!”, К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы өҫтөнән осоу” (“Полёт над гнездом кукушки”) әҫәре буйынса үҙе ҡуйған “Кәкүк ояһы” спектаклен, М.А.Буранғоловтың “Шәүрәкәй”, Н.Асанбаевтың “Әхмәтзәки Вәлиди Туған”, О.Жанайдаровтың “Һуңғы йәйләү”, Г.Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса” романы буйынса шул уҡ исемле спектаклен һ.б.; Туймазы татар драма театрында — А.Дударевтың “Рядовойҙар” (“Рядовые”); Салауат башҡорт драма театрында – Н.Асанбаевтың “Ете ҡыҙ”; Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында – М.Кәримдең “Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ” повесы мотивтары буйынса В.В.Жеребцовтың “Ике хат” (“Два письма”); Чебоксар йәш тамашасы театрында – Б.Брехттың “Кураж әсә һәм уның балалары” (“Мамаша Кураж и её дети”); Ырымбур татар драма театрында А.Г.Әхмәтғәлиеваның “Бер сәғәткә ир” (“Муж на час”) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. М.Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса шул уҡ исемле спектакль постановкаһы — “цитаталар индереү” үҙенсәлеге һәм автор идеяларын  сәхнәлә көтөлмәгәнсә кәүҙәләндереүе менән, М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса А. һәм Ш.Ғ.Ғилманованың шул уҡ исемле спектакле темаһының актуаллеге, образдар системаһын, пластиканы һәм сәхнә киңлеген оригиналь ҡулланыу менән айырыла.

   БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2020), Д.Сиразиев исемендәге театраль премия (2009); “Туғанлыҡ” Халыҡ‑ара төрки телле театрҙар фестивале лауреаты (Өфө ҡ., 2006, 2012; “Иң яҡшы режиссёрлыҡ эше” номинацияһы); “Наурыҙ” (“Науруз”) Халыҡ‑ара төрки халыҡтар театр фестивале дипломанты (Ҡазан ҡ., 2005).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.10.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: