Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИНЬКОВ Валерий Данилович

Просмотров: 764

ГРИНЬКОВ Валерий Данилович (30.3.1949, Свердловск ҡ. — 9.3.2021, Өфө ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2014) һәм атҡаҙанған (2004) артисы.  РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Свердловск театр училищеһын тамамлаған (1977; В.М.Воронова курсы). 1979 й. алып Талды-Ҡурған өлкә драма театры, 1981 й. — Рубцовск драма театры, 1984 й. — Семипалатинск өлкә драма театры,  1989 й. — БР‑ҙың Урыҫ драма театры  (Өфө ҡ.) актёры, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап Өфө ҡ. 6‑сы лицейындағы “Зеркало” балалар театр студияһының, 2011 й. — БДМУ‑ла “Диалог №38” халыҡ театрының художество етәксеһе.

   Күп яҡлы һәләткә, киң диапазонлы һәм сағыу темпераментҡа, бәрхәт тембрлы матур тауышҡа эйә булған актёр. Сәхнәлә тыуҙырған образдары психологик тәрәнлек һәм ышандырыу көсө менән айырылып тора. Рабачев ролендә (“Яҡтырта, әммә йылытмай” — “Светит, да не греет”, А.Н.Островский; 1979, Талды-Ҡурған өлкә драма театры) тәү башлап сығыш яһай. Урыҫ драма театрында төп ролдәре: Калабушкин (“Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман), Джо Янки (“Һөйөклө Памелла” — “Дорогая Памелла”, Д.Патрик), Боб Джексон (“Перебор”, Х.Бергер), Ричард Уилли (“13‑сө номер” – “№13", Р.Куни), Крогстад (“Ҡурсаҡ йорто” — “Кукольный дом”, Г.Ибсен), Баптиста (“Тиҫкәре ҡыҙҙы буйһондороу” — “Укрощение строптивой”, У.Шекспир), Яичница (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь) һ.б. “Дурь” кинофильмында (“Йүләрлек”, 2006; “Студия Vista Vision” ЯСЙ) Атай ролен башҡара. “Шәреҡ” радиостанцияһында шиғри һәм джаз (1992—98 йй.), Башҡортостан юлдаш ТВ‑нда “Тәмле” (2005—10 йй.; икеһе лә — урыҫ телендә;), “Уфимский трактъ” документаль фильмдар студияһында (2008 й. алып) программалар, шулай уҡ ҡала һәм республика сараларын алып барыусы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: