Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы

Просмотров: 951

ӘСӘҘУЛЛИНА Индира Илдус ҡыҙы (9.7.1973, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә эшселәр ҡсб), пианист. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (2008) артисы. ӨДСИ‑не (1998; С.А.Дукачёв класы), уның эргәһендәге ассистентура‑стажировканы тамамлаған (2001; Э.Р.Симонова класы). 1992 й. алып Башҡорт хореография уч‑щеһы, 1997 й. февр. — БДОБТ концерт­мейстеры, нояб. — концертмейстер‑аккомпаниаторы, 2014 й. башлап Башҡорт филармонияһының муз.‑әҙәби лекторийы художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1998—2012 йй. ӨДСИ‑лә концертмейстер һәм уҡытыусы, 2000—04 йй. урта махсус музыка колледжы концертмейстеры, 2013 й. алып БАДТ оркестры артисы.

Ә. башҡарыу сәнғәтенә нескә музыкаллек, стилде тойоу, виртуозлыҡ, үҙенсәлекле интерпретация һәм ансамбль оҫталығы хас. Репертуарында сит ил, урыҫ, башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре бар. Р.Х.Ғәзизовтың Оркестр м‑н фп. өсөн концертиноһын (1988), ш. уҡ Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова, И.И.Хисаметдинов һ.б. әҫәр­ҙәрен тәүге башҡарыусы. Рәсәй буй‑лап гастролдәрҙә була. Асыҡ респ. йәш музыканттарҙың смотр‑конкурсы лауреаты (Өфө, 1989); Респ. йәш музыканттар конкурсы (2003), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Асыҡ респ. вокалистар конкурсы (2006), З.Исмәғилев ис. Халыҡ‑ара башҡарыусы‑музыканттар конкурсы һ.б. дипломанты (2007, 2011; бөтәһе лә — Өфө, “Иң яҡшы концертмейстер” номинацияһы).

В.А.Симонова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: