Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы

Просмотров: 903

ШӘҺИЕВ Альберт Хазар улы (14.8. 1959, Ишембай ҡ.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (1998) артисы. 1977 й. алып Ишембайҙың төрлө пр‑тиеларында һәм учреждениеларында эшләй. 1995 й. башлап Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы, 2000 й. — Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы, 2013 й. — Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһе артист‑вокалисы (солисы). Халыҡ йырҙарын башҡарыу традицияларын дауам итә. Йомшаҡ тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә, башҡарыуы тәьҫирлелек, ихласлылыҡ м‑н айырылып тора. Репертуарында “Абдрахман кантон”, “Буранбай”, “Ҡаһым түрә”, “Ҡолой кантон”, “Си­бай”, “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Урал” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙары; З.Ғ.Исмәғилевтең “Салауат Юлаев” операһынан Салауат Юлаев, Ғ.С.Әлмөхәмәтов, С.Ғәбәши һәм В.И.Виноградовтың “Эшсе” (“Рабочий”) операһынан Ниғмәт ариялары; комп. Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, Ш.З.Ҡолбарисов, С.Л.Сәсәнбаев, Х.Ф.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б. йырҙары һәм романстары бар. Бөтә донъя халыҡ ижады фестивалендә (Рен ҡ., Франция, 2000), Халыҡ‑ара ойвакэ фестивалендә (Саппоро ҡ., Япония, 2004) ҡатнаша. Рәсәй һәм Франция буйлап гастролдәрҙә була. Респ. үҙешмәкәр ижад фестивале (1976), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға йәш йырсылар конкурсы (1981; икеһе лә — Өфө), “Дуҫлыҡ йыры” Халыҡ‑ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар фестивале (Нефтекама ҡ., 1995) лауреаты.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: