Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВ, батыр

Просмотров: 6072

САЛАУАТ ЮЛАЕВ [16.6.1754 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1752), Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы Тәкәй а. — 26.9.1800, Эстляндия губернаһы Балтик Порты ҡ., хәҙер Палдиски ҡ., Эстония], башҡ. халҡының милли геройы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың көрәштәше, шағир. Юлай Аҙналиндың улы. 177172 йй. Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улусы старшинаһы вазифаһын башҡара.

  1773 й. 10 ноябрендә ихтилалға ҡушыла. Ноябрьдекабрҙә Ырымбур ҡ. янында һәм Ырымбур сик һыҙығында алыштарҙа ҡатнаша. 1774 й. ғинуармартында Пермь провинцияһы һәм Өфө провинцияһының төньяғында ихтилал етәкселәренең береһе була. Ғәскәр башлығы (4 меңдән ашыу кеше), уның поход канцелярияһы баш күтәреүселәр биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы була. С.Ю. отряды 12 ғинуарҙа Красноуфимск ҡәлғәһен һуғышһыҙ ала, 1825 ғинуарҙа — Көңгөр ҡ. ҡамауҙа, 19 февралдә Красноуфимск ҡәлғәһе янында секунд‑майор Д.О.Гагрин, 3 һәм 10 мартта Ҡазан губернаһының Сарапул ҡ. эргәһендә подполковник А.Ф.Обернибесов, 14 һәм 17 мартта Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Себер даруғаһының Һыҙғы улусы Боғалыш а. (Свердловск өлкәһе) янында секунд‑майор А.В.Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Апрельмайҙа Өфө провинцияһы халҡын баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәренә мобилизациялай, уны аҡса, аҙыҡ‑түлек һәм кәрәк‑яраҡ менән тәьмин итә, бер үк ваҡытта 6 һәм 8 майҙа С.Ю. отряды Үрге Эҫем заводы (ҡара: Эҫем заводтары), 31 майҙа Себер даруғаһы Әйле улусының Әйле пристане (хәҙер Силәбе өлкәһе Иҫке Пристань а.) подполковник И.И.Михельсон етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғыша. 3 һәм 5 июндә — шул уҡ даруғаның Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Уразмәт аа. (БР‑ҙың Ҡыйғы районы), 11 июндә — Әшит ҡәлғәһе (хәҙер Свердловск өлкәһе Әшит ҡасабаһы) эргәһендә Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре составында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 1820 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Июндә Е.И.Пугачёв С.Ю. бригадир дәрәжәһе бирә.

  Июльноябрҙә С.Ю. Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Өфө ҡ. яулап алырға ынтылыш яһай, Ҡытау-Ивановка заводын ҡамай, 4 сентябрҙә Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Иваново а. (хәҙер Дүртөйлө районы Иванай а.) янында премьер‑майор И.Г.Штерич командаһына ҡаршы алышта ҡатнаша. Баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәре ҡыйратылып, Е.И.Пугачёв ҡулға алынғандан һуң да, С.Ю. көрәште дауам итә. 18 сентябрҙә шул уҡ даруғаның Йәлдәк улусы Тимошкино а., 22 сентябрҙә Себер даруғаһының Ҡыр‑Танып улусы Нөркә а. (хәҙер Балтас районы) янында подполковник И.К.Рылеев ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. С.Ю. отрядының хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуңғы алышы 20 ноябрҙә Ҡытау‑Ивановка заводы эргәһендә була, 25 ноябрҙә ул генерал‑майор Ф.Ю.Фрейман командаһы тарафынан ҡулға алына. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы һәм Ырымбур губернаторы И.А.Рейнсдорптың Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Ырымбур ҡҡ. барған оҙайлы тикшереүенән һуң (1774 й. ноябре 1775 й. июле), С.Ю. атаһы менән бергә ҡамсы менән һуҡтырыла (175 тапҡыр), маңлайына һәм яңаҡтарына “З” (“злодей” — “енәйәтсе”), “Б” (“бунтовщик” — “боласы”), “И” (“изменник” — “хыянатсы”) тамғалары баҫыла. 2 октябрҙә Балтик Порты ҡ. (1762 й. тиклем Рогервик ҡәлғәһе) ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә.

С.Ю. яҙма рәүештә һәм телдән һаҡланған 500 юл самаһы шиғри мираҫы беҙҙең көндәргә килеп еткән. Иртә осор шиғырҙары мөхәббәт лирикаһы (“Сәстәреңдең толом сулпылары...”, “Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...” һ.б.) менән һуғарылған. Пейзаж лирикаһында (“Тыуған илем”, “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап...” һ.б.) тәбиғәткә һоҡланыу Тыуған илде һөйөү, гражданлыҡты, азатлыҡ рухын данлау сараһына әүерелә. С.Ю. ижадында байтаҡ урынды героик лирика (“Һауаларҙа осҡан, ай, яғылбай...”, “Йүрүҙән, һин беҙҙең тыуған йылға...”, “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир‑батырға ҡуш булып...” һ.б.) биләй. Ижадының һуңғы осорона ҡараған дүрт юллыҡ йырҙарында шағир ихтилалдың еңелеү сәбәптәре тураһында уйлана, туған халҡының һәм башҡ. еренең яҙмышына борсолоу белдерә. С.Ю. шиғриәтендә ғәзәл (“Зөләйха”, “Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта...” һ.б.), нәсихәт (“Егеткә”), элегия (“Ҡәҙерле лә ғаиләм, һөйгән йәрҙәр...”), мәҙхиә (“Уралым”), ҡитға (“Уҡ”), мәҫнәүи (“Яу”), ҡобайыр, йыр кеүек жанрҙар бар. Шағирҙың әҫәрҙәре тәүге тапҡыр урыҫ телендә Ф.Д.Нефёдов тарафынан нәшер ителә, “Салауат, башҡорт батыры” (“Салават, башкирский батыр”; 1880) исемле очеркында ул С.Ю. 5 шиғырын сәсмә әҫәр рәүешендә бирә. Р.Г.Игнатьевтың “Башҡорттарҙың Пугачёв ихтилалы алдынан хәрәкәте; Башҡорт Салауат Юлаев, Пугачёв бригадиры, йырсы һәм импровизатор” (“Движение башкир перед пугачёвским бунтом; Башкир Салават Юлаев, пугачёвский бригадир, певец и импровизатор”; 1893) хеҙмәтендә уның 7 шиғыры урын алған. С.Ю. ижады башҡорт әҙәбиәте тарихында мөһим урын биләп, уның артабанғы үҫешенә йоғонто яһай.

  Граждандар һуғышы йылдарында Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге Салауат гәзитен сығара, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда С.Ю. исемендәге мең ике йөҙ туҡһан икенсе танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкы ойошторола, “Салауат Юлаев” бронепоезы һәм истребителе төҙөлә.

РФ‑та һәм БР‑ҙа С.Ю. исеме менән административ район, ҡала, урамдар, хоккей клубы, Рәсәй гвардияһының ирекле башҡорт батальоны, теплоходтар, мәмерйәләр (ҡара: Салауат Юлаев мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе) һ.б. аталған; БР‑ҙың Салауат районы Малаяҙ а. (ҡара: Салауат Юлаев музейы) һәм Палдиски ҡ. музей асылған, һәйкәлдәр ҡуйылған (ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр). Тау бөркөтө балеты, С.П.Злобин романы, Салауат Юлаев операһы һәм нәфис фильмы, “Һынмаҫ рух” (2005, Башҡортостан киностудияһы, сценарисы һәм режиссёры Ә.Ғ.Абдразаҡов), “Мин үлмәнем, башҡорттарым!” (2004, Башҡортостан ТРК, сценарисы Г.Т.Батталова, режиссёры Р.Т.Фәтхиев) документаль фильмдары, спектаклдәр (Б.Бикбай, М.Кәрим һ.б. пьесалары буйынса), башҡ. халыҡ йыры Салауат һ.б. сәнғәт, әҙәбиәт һәм фольклор әҫәрҙәре батырға арналған. 1967 й. С.Ю. исемендәге премия, 1998 й. орден (ҡара: Дәүләт наградалары) булдырыла. 2004 й. “Салауат Юлаев” энциклопедияһы нәшер ителә. 1989 й. алып йыл һайын С.Ю. көндәре, 2004 й. — “Салауат йыйыны” Республика фольклор байрамы үткәрелә.

  Ә ҫ ә р ҙ.: Шиғырҙар. Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар. Өфө, 1994; Стихотворения. Уфа, 2004.

  Әҙәб.: Салауат башҡорт фольклорында=Салават в башкирском фольклоре=Salawat in Bashkir Folklore: 2 томда. Өфө, 2008. И д е л ь б а е в М.Х. Башкирская литература XVIII века и творчество Салавата Юлаева. Уфа, 2003; Г в о з д и к о в а И.М. Салават Юлаев: иссл. док. источников. Уфа, 2004; Салават‑батыр навечно в памяти народной: сб. док. и материалов. Уфа, 2004.

И.М.Гвоздикова, М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 31.01.2020
Дата последнего обновления публикации: 25.01.2023