Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

Просмотров: 1679

ТОНЙОҠУҠҠА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. Көнсығыш төрки ҡағанатының 3 ҡағаны — Илтереш, Ҡапаған һәм Билгенең (ҡара: Билге ҡағанға арналған ташъяҙма) кәңәшсеһе, ышаныслы кешеһе һәм ғәскәр башлығы Тонйоҡуҡ хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы тура мөйөшлө 2 таш бағанаға соҡоп яҙылған эпитафия. Улан‑Баторҙан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 65 км алыҫлыҡта Селенга й. уң ярындағы Баин‑Цокто төбәгендә урынлашҡан. 1897 й. Е.Н.Клеменц тарафынан табыла, 1899 й. В.В.Радлов тарафынан дешифровкалана һәм баҫтырып сығарыла. Әҫәр орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары телендә яҙылған, 730—731 йй. ҡарай. Тонйоҡуҡ үҙе автор тип фараз ителә. Текста Күлтәгингә һәм Билге ҡағанға арналған ташъяҙмаларҙағы ш. уҡ хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә, әммә төп иғтибар Тонйоҡуҡтың дәүләт алдындағы ҡаҙаныштарына бүленә.

Әҙәб.: М а л о в С.Е. Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951; С т е б л е в а И.В. Поэзия тюрков VI—VIII веков. М., 1965.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019