АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы
АБДУЛОВ Марсель Хәбиб улы (8.5.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡуранса а. — 23.11.2007, Өфө), дәүләт эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. урмансыһы (1978). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Нуриман урман хужалығында лесничий булып эшләй. 1954 й. алып Ҡыҙыл Шишмә урман хужалығы дир., 1961 й. — БАССР б‑са урман хужалығы һәм урман һаҡлау дәүләт инспекцияһы нач., 1966—91 йй. БАССР‑ҙың урман хужалығы министры, 1991—93 йй. БАХИ‑ла уҡытыусы. Респ. б‑са урман хужалығы һәм юғары урман хужалығы белеменең нығыныуына һәм үҫешенә, урман тергеҙеү, урман орлоҡ базаһы һәм а.х. ерҙәрендә һаҡлағыс урман булдырыу эшенә ҙур өлөш индерә. А. етәкс. тәбиғәт зоналарында урман хужалығын комплекслы алып барыу уйлап табыла һәм индерелә, текә ярҙарға һәм йырындарға ағас ултыртыу технологияһы эшләнә, дарыу үҫемлектәренең сәнәғәт плантациялары булдырыла. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 9—11-се, БР ЮС‑ының 12-се саҡырылыш депутаты. РСФСР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1991). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.
Ә.Ф.Хәйретдинов
Тәрж. М.Н.Моратшина