Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МҮК ЕЛӘГЕ

Просмотров: 2886

МҮКЕЛӘГЕ(Oxycoccus), арсаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө — һаҙ М.е. һәм ваҡ емешле М.е. үҫә. 75 см тиклем оҙонлоҡтағы ҡаты еп рәүешле түшәлеп үҫкән һабаҡлы мәңге йәшел түшәлеүсән ваҡҡыуаҡ. Япрағы оҙонса, ҡалын, ҡыҫҡа һаплы. Сәскәһе оҙон сәскәһабында урынлашҡан, ал төҫтә; касаһы һәм тажы 4 бүлемле, һеркәсе 8. Сәскәлеге тәлгәш һымаҡ. Май—июндә сәскә ата. Емеше — һутлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл еләк, авг.—сент. өлгөрәһәм үҫемлектәҡар аҫтында яҙға тиклем һаҡлана. М.е. Башҡортостандың Урал алдының һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының төньяҡ өлөшөндә күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡтарҙа үҫә. Дарыу үҫемлеге. Составында С, В1, В2 витаминдары, каротиндар, органик к‑талар, пектиндар, эфир майҙары булған еләген яңы йыйылған һәм эшкәртелгән килеш аҙыҡ итеп ҡулланалар. Япрағы сәй әҙерләүөсөн файҙаланыла. Ваҡ емешле М.е. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.12.2024
Связанные статьи: