БОЛОНДАР
БОЛОНДАР, башлыса күп йыллыҡ үлән мезофиты бергәлектәрен берләштереүсе, ҡағиҙә булараҡ, ҡыяҡлылар өҫтөнлөк иткән үҫемлектәр донъяһы тибы. Күпселек Б. болон-ҡара тупраҡта һәм кәҫле туғай тупрағында таралған, дымланыу шарттары насарайған осраҡта далаға әйләнә. Беренсел (татырлы тупраҡтағы һәм бейек тау үҫемлек бергәлектәре) һәм икенсел (бөтөрөлгән урмандар урынында формалашалар һәм файҙаланғанда — бесән сапҡанда, көтөү көткәндә генә һаҡланалар) Б. айырып йөрөтөлә. Б. күп өлөшө икенсел бергәлектәргә ҡарай. Башҡортостанда сағыл, уйһыу, һыубаҫар, тау, татырлы Б. бар. Ысын сағыл (болон бажаты, болон бүтәгәһе, нәҙек ҡондораҡ үҫкән) һәм ҡоро (тар япраҡлы бажат, типсәк, Делявин еҙүләне, тау клеверы, ябай ерек ҡураһы үҫкән) Б. — Башҡортостандың Урал алдының төньяҡ өлөшөндә, уйһыу Б. (төлкө күрәне, ҡарама япраҡлы ерек ҡураһы, йәйелеүсән лютик, кәҫле йылан теле һ.б.) рельефтың түбән урындарында артыҡ дымланыу шарттарында бөтә ерҙә таралған. Тамырһабаҡлы ҡыяҡлылар өҫтөнлөк иткән үҙән яны һыубаҫар туғай (ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, һары турғай ҡамышы) һәм үҙәк һыубаҫар (болон төлкөғойроғо, болон бүтәгәһе һ.б.) Б. Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғының көньяғында киң таралған. Өҫтөнлөк итеүсе үҫемлек төрҙәренә ҡарап, ысын һәм ҡоро һыубаҫар Б. айырыла. Татырлы Б. (тыу арпа, аралы мамығүлән, татырлыҡ юл япрағы, еләк клеверы һ.б. үҫкән) далалы зонала осрай. Тау Б. түбән тау (күп төрлө үләндәргә бай — йыйылма айрауыҡ һәм ҡаурый тоҡораяҡ ҡатыш еҫле балтырған, шыма ҡурай, ҡырҡъяпраҡ) һәм бейек тау (альп ҡымыҙлығы өҫтөнлөк иткән) ярым типтары м‑н билдәләнә. Тәбиғи һәм сәселгән Б. — ҡиммәтле мал аҙығы ерҙәре. Б. айырыуса мал көтөү һөҙөмтәһендә [көтөүлек дигрессияһын һәм ҡыҫҡа болон үләндәре (йәйелеүсән клевер, юл япрағы, ҡаҙ үләне һ.б.) өҫтөнлөк иткән бергәлектәр формалашыуы процестарын тыуҙыра] юғары антропоген йөкләнеш кисерә. Шулай уҡ ҡара: Болондарҙы өйрәнеү ғилеме, Болонсолоҡ.
Әҙәб.: Влажные луга Республики Башкортостан: cинтаксономия и вопросы охраны / И.Н.Григорьев [и др.]. Уфа, 2002; Карпов Д.Н., Юрицына Н.А. Растительность засолённых почв Южного Урала и сопредельных территорий. Тольятти, 2006.
Б.М.Миркин
Тәрж. Г.А.Миһранова