Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич

Просмотров: 920

ЕМЕЛЬЯНОВ Данила Анатольевич (23.6.1980, Күмертау ҡ.), подполковник (2016). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2017). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. РФ Оборона министрлығының Новосибирск хәрби институтын тамамлаған (2003). 1998 й. алып РФ Ҡораллы көстәрендә. Герой исеменә Махсус операциялар көстәренең махсус тәғәйенләнештәге төркөмө командиры Е. Алеппо провинцияһында (Сүриә) дошмандың өҫтөнлөклө көстәренә  ҡаршы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 2020 й. алып запаста. Мәскәү ҡ. йәшәй һәм эшләй. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән (2016). Новосибирск юғары хәрби команда училищеһының Геройҙар аллеяһында Е. бюст ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Дата публикации: 05.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 01.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: