Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛТАНГӘРӘЕВА Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы

Просмотров: 965

СОЛТАНГӘРӘЕВА Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы (28.3.1955, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Яңы Сәпәш а.), фольклорсы. Филология фәндәре докторы (2003). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДПИ‑ны тамамлаған (1977). 1982 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1991 й. — өлкән ғилми, 2003 й. — төп ғилми, 2007 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. 2022 й. алып БДПУ‑ның Башҡ. фольклоры ғилми‑тикшеренеү үҙәге етәксеһе. 1982 й. башлап (1986 й. алып етәксе) Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы буйлап фольклор‑этнографик экспедицияларында ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. йола поэзияһының сығанаҡтарын, мифопоэтик һәм этнографик үҙенсәлектәрен, уйын, дини, хореографик фольклорҙы, шулай уҡ сәсәндәр ижадын өйрәнеүгә арналған. Башҡорт халыҡ ижады йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. С. ҡобайырҙары уның “Ҡобайырым һиңә, илем” (1996), “Рух терәге — ҡобайыр” (2005) йыйынтыҡтарына ингән. Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2010 й. алып). Халыҡ-ара аҡындар һәм дастансылар конкурсы (Алматы ҡ., 1996), Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге призға йәш йырсыларҙың республика конкурсы (1984) лауреаты; Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү ҡ., 1985), Халыҡ‑ара сәсәндәр фестивале (Элиста ҡ., 2007), Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Рәсәй тауыштары” телерадиоконкурсы (Смоленск ҡ., 1991) һ.б. дипломанты. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1991). 2013 й. алып БДПУ‑ла С. етәкселегендә Сәсәндәр мәктәбе эшләй. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2005).

   Х е ҙ м.: Башҡорт сәсән мәктәбе. Өфө, 2012; Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции: в 2 т. Уфа, 2018—2019.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 05.12.2022
Дата последнего обновления публикации: 15.12.2022