Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУДКО Борис Александрович

Просмотров: 804

ДУДКО Борис Александрович (22.2.1989, Бөрө ҡ.), танкист, гвардия майоры. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған (2011). 2006 й. алып Рәсәй армияһында. 2011 й. башлап 76‑сы гвардия десант-штурм дивизияһы составында. Герой исеменә 76‑сы гвардия десант-штурм дивизияһы 124‑се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары гвардия майоры Д. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операция барышындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2022).

Е.А.Смирнов

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 29.12.2022
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023