Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАНДУҒАСТАР

Просмотров: 724

ҺАНДУҒАСТАР, былбылдар (Luscinia), барҡылдаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар заты. 6 төрө билдәле: көйәҙ Һ., көньяҡ, йәки көнбайыш Һ., ябай, йәки көнсығыш Һ. Евразияла, күк Һ., һыҙғырыусы Һ. — күбеһенсә Алыҫ Көнсығыштың көньяғында һәм Себерҙә, ҡыҙыл Һ. Себерҙә таралған. Башҡортостанда 3 төрө осрай. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 15—20 см (көйәҙ Һ. 14—16 см), ауырлығы 30 г тиклем. Ҡауырһыны ерәнһыу, һарғылт йәшел‑көрән йәки һоро төҫтә, ябай Һ. түшендә һәм ян‑яғында ҡара таптар бар; ҡорһағы аҡһыл, асыҡ һоро, ҡойроғо ерәнһыу, сағыуыраҡ төҫө һәм төрлө тауыштар сығарып һайрауы менән айырылып тора. Ата көйәҙ Һ. түше (уртала ерән тап, аҫта ҡара һәм киң ерәнһыу һыҙыҡтар була) һәм тамағы күк (инә ҡоштоҡо күк, ҡара һәм ерән таптар менән сыбарланған аҡ төҫтә). Ата ҡыҙыл Һ. тамағында ҡыҙыл тап (инә ҡоштоҡо аҡ йәки ал таплы) һәм ян‑яғында ҡара‑аҡ һыҙыҡтар бар. Башы оҙонса, көйәҙ Һ., ҡыҙыл Һ. аҡ ҡашлы. Суҡышы оҙон, осло. Ҡанаттары ҡыҫҡа. Ҡойроғо һәм аяҡтары оҙон. Моногамдар. Ерҙә ҡыуаҡтар һәм үләндәр араһында парлап оя ҡора. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, ояла һарғылт йәшел, һарғылт йәшел‑зәңгәрһыу йәки йәшкелт көрән төҫтәге, көйәҙ Һ. һәм ҡыҙыл Һ. көрәнһыу йәки ҡыҙғылт төрткөлө 4—6 йомортҡа була. Инә ҡош 11—14 (көйәҙ Һ. 16) көн эсендә баҫып сығара. Умыртҡаһыҙҙар, үҫемлек орлоҡтары һәм емештәре менән туҡлана. Республиканың бөтә территорияһында, ҡыҙыл Һ. һирәкләп күсеп китеү мәлендә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

ҺАНДУҒАСТАР
Дата публикации: 12.01.2023
Дата последнего обновления публикации: 18.01.2023