Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРҠЫЛДАҠТАР, ҡоштар

Просмотров: 1182

БАРҠЫЛДАҠТАР (Turdidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 49 заты, 305‑тән ашыу төрө билдәле, поляр өлкәләр һәм Яңы Зеландиянан башҡа бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа 6 затҡа ҡараған 18 төрө бар. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 13—29 см, ауырлығы 130—200 г. Төрҙәрҙең күбеһендә кәүҙәһенең арҡа яғының төҫө һоронан алып ҡараға тиклем, ҡара йәки һоро сыбарлыҡтар бар; ҡорһағының төҫө аҡ, буҙ, һоро, ҡара сыбарлыҡтары бар, ҡайһы берҙә ҡоба‑ҡыҙыл (утҡойроҡ, таң турғайы йәки ҡурай еләге турғайы). Суҡышы төҙ. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, бәкәл һөйәгенең ал яғы бер ҡалҡансыҡ менән ҡапланған. Ҡойроғо тура, 12 ҡойроҡ ҡауырһынынан тора. Енси диморфизм (ата ҡоштар сағыуыраҡ төҫтә) көйәҙ һандуғас, таң турғайы, таштурғай, шаҡылдаҡ өсөн хас. Моногам. Парлап, һирәкләп колониялар менән (аҡҡаш барҡылдаҡ, мышар барҡылдағы) ағас баштарында (йырсы барҡылдаҡ, ҡара барҡылдаҡ һ.б.), ерҙә (һандуғастар, шаҡылдаҡ һ.б.), түңгәктәрҙә һәм ағас ҡыуыштарында (таң турғайы), ҡая ярыҡтарында, текә ярҙарҙа һәм кимереүселәрҙең өңдәрендә (таштурғай) оялай. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 5—6 сыбар, һирәгерәк бер төҫтәге йомортҡа һала. Инә ҡош 12—15 көн баҫа. Селәүсендәр, бөжәктәр, һирәгерәк лайлалы ҡусҡарҙар һәм үрмәкселәр, ҡышын һәм көҙөн емеш‑еләк һәм үҫемлек орлоҡтары менән туҡлана. Урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, йылға һәм шишмә ярҙарында, һирәгерәк болондарҙа, көтөүлектәрҙә, ташландыҡ ерҙәрҙә йәшәй. Бөтә ерҙә осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡ итә, үҫемлек (балан, эт муйылы, миләш, гөлйемеш һ.б.) орлоҡтарының таралыуына булышлыҡ итә.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023