Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы

Просмотров: 187

САФИН Алмаз Миңлеғәле улы (4.10.1985, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Раевка эшселәр ҡсб — 14.1.2023, Кременная ҡ., БР‑ҙың Әлшәй районы Шафран а. ерләнгән). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17) һәм Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022—23).

 2012 й. алып Рәсәй армияһында. Герой исеменә 76‑сы гвардия десант‑штурм дивизияһы 237‑се десант‑штурм полкы разведка ротаһының взвод старшинаһы С. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операция барышында 2023 й. 14 ғинуарында Кременная ҡ. янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.

 Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2023, үлгәндән һуң). Өфө ҡ. Герой исеме менән БР йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм хәрби хеҙмәткә тиклемге әҙерлек үҙәге, Раевка а. 2‑се урта мәктәп аталған, унда уға бюст ҡуйылған, Бердск ҡ. урамға уның исеме бирелгән, ул тамамлаған политехник колледж бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Дата публикации: 31.01.2024
Дата последнего обновления публикации: 28.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: