Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич

Просмотров: 229

ЧЕРНАВИН Денис Юрьевич (9.4.1978, Рязань ҡ.), лётчик, полковник (2023). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2023). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022—23). Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (2000), профессор Н.Е.Жуковский һәм Ю.А.Гагарин исемендәге хәрби‑һауа академияһын (Воронеж ҡ., 2016) тамамлаған. 1988 й. алып Өфө ҡ. йәшәй, 1996—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһында уҡый.

1996 й. алып Рәсәй армияһында. 2000—14 йй. 344‑се (Торжок ҡ.), һуңыраҡ 4‑се (Липецк ҡ.) Армия авиацияһы осоусылар составын хәрби әҙерләү һәм яңынан уҡытыу үҙәктәрендә, Рәсәй һауа‑йыһан көстәре Баш штабы инспекцияһында (Мәскәү ҡ.) хеҙмәт итә. 2016 й. алып Хәрби‑һауа көстәре һәм Һауа оборонаһының 14‑се армияһы 337‑се айырым вертолёт полкының командир урынбаҫары (Новосибирск өлкәһе), 2020—21 йй. Таулы Ҡарабахта Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыу көстәренең авиация төркөмөнә етәкселек итә. Герой исеменә подполковник Ч. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 2023 й. июненән Хәрби‑һауа көстәре һәм Һауа оборонаһының 11‑се армияһы 319‑сы айырым вертолёт полкы командиры (Приморье крайы). Батырлыҡ (2022, 2023, 2023), генерал Шайморатов (2023) ордендары менән бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Дата публикации: 31.01.2024
Дата последнего обновления публикации: 02.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: