Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы

Просмотров: 211

ШӘҺИЕВ Абдулла Фәйзрахман улы (23.2.1907, Уральск ҡ. — 4.5.1993, Ағиҙел ҡ., БР‑ҙың Краснокама районы Яңы Ҡабан а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1944, 1959 й. званиеһы алына, 1992 й. ҡайтарыла). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Атлы армия исемендәге Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия училищеһын тамамлаған (Шадринск ҡ., 1945).

 1929—31 йй. һәм 1935—45 йй. Ҡыҙыл армияла. 1942 й. алып Сталинград, Ялан, Үҙәк, Белорус фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкы пулемётчигы гвардия сержанты Ш. 1943 й. сентябрендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Төркмән ССР‑ында эшләй, һуңыраҡ Үзбәк ССР‑ында, Ҡаҙаҡ ССР‑ында, Удмурт АССР‑ында, 1986 й. алып Яңы Ҡабан а., 1992 й. — Ағиҙел ҡ. йәшәй. Ленин (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары менән бүләкләнгән. Ағиҙел ҡ. Геройға бюст, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Башҡ. гимназияһында уның исемендәге парта ҡуйылған.

Дата публикации: 31.01.2024
Дата последнего обновления публикации: 28.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: