МИГУНОВ Андрей Павлович
МИГУНОВ Андрей Павлович (14.8.1964, БАССР-ҙың Мәләүез районы Һарыш а. – 28.11.2023, БР-ҙың Ғафури районы Красноусол а. ерләнгән), подполковник. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024). Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә (1985–87), Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла (2023) ҡатнашыусы. Камышинск юғары хәрби-төҙөлөш команда училищеһын тамамлаған (1985). 1981 й. алып Совет армияһында, 1992–2006 йй. һәм 2023 й. Рәсәй армияһында. 2001–06 йй. БР-ҙың Ғафури районы хәрби комиссары. Герой исеменә 67-се мотоуҡсылар дивизияһы 31‑се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының С.И.Зорин исемендәге танк батальоны командиры М. Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операция барышында 2023 й. 27–28 ноябрендәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2023, үлгәндән һуң). Красноусол а. Геройҙар аллеяһында М. һәйкәл ҡуйылған.
Е.А.Смирнов